ЭМФИЗЕМАТОЗЛЫ КАРБУНКУЛ, газлы карбункул, эмкар, көйшәүсе хайуандарҙың (башлыса һыйыр малының) инфекцион ауырыуы, уға мускулдарға бай тән өлөшөндә крепитациялы шештәр (карбункулдар) үҫеше һәм хайуандарҙың тиҙ үлеүе (12— 72 сәғәттән һуң) хас. Тыуҙырыусыһы — Clostridium chauvoei, анаэроб, бацилла һәм спора формаларында була. Споралары тупраҡта бер нисә тиҫтә йыл һаҡланыуы мөмкин. Тыуҙырыусының сығанағы — ауырыу мал. Ауырыу һыу, мал аҙығы, көтөүлектәр, тупраҡ, тыуҙырыусының инфицирланған споралары, һирәгерәк яра аша йоға; күгәүендәр, себендәр һ.б. бөжәктәр таратыусы булыуы мөмкин. Клостридийҙары ҡан ағымы м‑н гликогенға бай мускул туҡымаһына үтеп инә, унда вегетатив формаларға үҫеү өсөн уңайлы шарттар таба һәм токсиндар барлыҡҡа килтерә. Тыуҙырыусы урынлашҡан ерҙә ҡан тамырҙары тарҡала, газ барлыҡҡа килтергән шеш килеп сыға, карбункул формалаша. Инкубация осоро 1—3, һирәгерәк 5 көн тәшкил итә. Төп билдәләре: тән т‑раһының ҡапыл күтәрелеүе (41—42°С тиклем), аҙыҡтан баш тартыу, малдың яфаланыуы, ҡуйы ҡыҙыл‑күк, һуңыраҡ ҡара төҫтәге тығыҙ, эҫе, аҙаҡ һыуыҡ шештәр үҫеүе, уларға баҫҡанда газ ҡыуыҡтарының күсеше — крепитация, һуҡҡанда — тимпаник (барабан) тауыш сығарған шештәр барлыҡҡа килеүе. Диагностика өсөн эпизоотологик, клиник, патоморфологик һәм бактериологик тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз (антибиотиктар ҡулланыу). Иҫкәртеү: һыйыр малын вакцинациялау (4 йәшкә тиклем), малды ашатыу һәм аҫрауҙың зоогигиеник һәм ветеринария‑санитария ҡағиҙәләрен үтәү, зарарланған хужалыҡтарҙа — дезинфекциялау, карантин саралары һ.б. Мал үләкһәләрен яндыралар йәки тәрән итеп ергә күмәләр. Башҡортостанда һыйыр малының Э.к. м‑н ауырыуының һуңғы осрағы 2006 й. теркәлгән.

Әҙәб.: К а д ы р о в У.Г. Эмфизематозный карбункул //Патологическая анатомия сельскохозяйственных животных. М., 2003.

У.Ғ.Ҡадиров

Тәрж. Г.А.Миһранова