ӘХИӘРУЛЛИН Исмәғил Әхиәр улы (10.7.1910, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ҡаракөсөк а., хәҙ. БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Үрнәк а., — 7.5. 2004, Дәүләкән ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1932—1940 йй. Күгәрсен р‑нының Мораҡ с‑зында, Саҡмағош р‑нының Саҡмағош МТС‑ында һәм Башҡ‑н игенселек ХК‑ның Башҡ‑н респ. юғары сифатлы иген культуралары орлоҡтарын дәүләт страховкалау фонды контораһында өлкән агроном булып эшләй, 1941 й. алып БАССР‑ҙың Дәүләт именлеге министрлығында Яңауыл һәм Баҡалы район бүлектәре начальнигы. 1954—69 йй. “Дәүләкән” с‑зы директоры. Ә. етәкс. с‑з үҫемлекселектә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: 1959—65 йй. иген культураларының уртаса уңдырышлылығы —13,6 ц/га, 1966 й. 16,4 ц/га тәшкил иткән. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1966).

Әҙәб.: З а х а р о в А. Искатель //Герои Труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

И.Ғәримова

Тәрж. А.Н.Күсеев