ӘХИӘРОВ Камил Шәйехмырҙа улы [19.2.1930, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Үрге Маншыр а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны)], педагог. Рәсәй мәғариф акад. мөхбир ағзаһы (1996), пед. ф. д‑ры (1974), проф. (1976). РСФСР‑ҙың (1982) һәм БАССР‑ҙың (1980) атҡ. фән эшмәкәре, БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1960), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1977), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1974), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2000), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2001). К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1951) Борай р‑нының Салҡаҡ урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1953 й. алып дир., 1963 й. башлап Бөрө пед. ин‑тының уҡыу‑уҡытыу һәм фәнни эштәр б‑са проректоры һәм ректоры. 1989 й. алып БДПУ‑ла (2007 й. тиклем мәктәп м‑н идара итеүҙең фәнни нигеҙҙәре каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре этнопедагогика, уҡыусыларҙы хеҙмәткә өйрәтеү, уларға политехник белем биреү проблемаларына арналған. 700‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. РФ Пед. йәмғиәтенең Башҡ‑н респ. бүлексәһе президиумы рәйесе (1976 й. алып). БАССР ЮС‑ының 6‑сы саҡырылыш депутаты. Башҡортостан комсомолы пр. лауреаты (1985). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1979), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Трудовая социализация школьников: избранные педагогические труды. Уфа, 2005; В.А.Сухомлинский — выдающийся педагог, коммунист, гуманист, патриот. Уфа, 2015; И.В.Сталин и современность. Уфа, 2017.

Р.В.Әлмөхәмәтов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина