ЭМИХ Тея Адамовна (11.2.1913, Һарытау ҡ. — 5.4.2012, Өфө), үҫемлектәр физиологы. Биол. ф. д‑ры (1963), проф. (1966). М.Н. Покровский ис. Пед. ин‑тын тамамлаған (1937). 1941 й. алып П.Ф.Лесгафт ис. Тәбиғи‑ғилми ин‑ттың (икеһе лә — Ленинград) өлкән ғилми хеҙм‑ре. 1942 й. башлап эвакуациянан һуң Красноярск крайында, һуңыраҡ БАССР‑ҙың Туймазы эшселәр ҡасабаһында эшләй. 1945—87 йй. БДУ‑ла: 1964—67 йй. биол. ф‑ты деканы, 1973—83 йй. үҫемлектәр физиологияһы каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге үҫемлектәрҙең үҫеүен һәм үҫешен тикшереүгә арналған. Э. тарафынан үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәрҙең онтогенез этаптарына, күп кенә а.х. культураларының биол. һәм орлоҡ продуктлылығына тәьҫире, химик препараттарҙың бойҙай, борсаҡ, кукуруз, ҡарабойҙай уңдырышлылығын арттырыу өсөн физиологик актив матдәләр булараҡ ҡулланылышы өйрәнелгән. 160 фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Стадийное развитие просовидных злаков. Уфа, 1962.

О.М.Кошелева, Д.И.Ҡасимова

Тәрж. Г.А.Миһранова