ЭМИГРАЦИЯ (лат. emigro — күсеп китеү), граждандарҙың даими йәшәгән урынын алмаштырып бер илдән икенсе илгә күсеүе. Э. ирекле һәм мәжбүри; кире ҡайтмай торған, ваҡытлыса ҡайтмай торған һәм ҡайта торған; легаль һәм легаль булмаған; иҡт., сәйәси, соц., дини, этник, мәҙәни, хәрби һ.б. төрҙәре айырыла. Тышҡы халыҡ миграцияһына ҡарай. Революциянан (1917) һуң һәм 30‑сы йй. сәйәси репрессиялар барышында башҡорттарҙың бер өлөшө (улар араһында Ә.Ә.Вәлидов, Инан Әбделҡадир, Ғ.Ғ.Тағанов) мәжбүри Э. дусар ителә, улар башлыса Төркиә, Япония, Венгрия, Манжурияға (Ҡытай) күсенә. 20—21 бб. араһында ижади интеллигенция күпләп сит илдәргә сығып китә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) тарафынан 3 тапҡыр Бөтә донъя ҡоролтайы үткәрелә, унда АҠШ, Франция, Германия, Канада, Австралия һ.б. дәүләттәрҙән башҡорт диаспоралары вәкилдәре ҡатнаша.

Тәрж. А.Н.Күсеев