“БАШКИРЭНЕРГО”, электр һәм йылылыҡ энергияһы етештереү пр‑тиеһы. 1933 й. Өфөлә “Башэнергокомбинат” булараҡ нигеҙ һалына, 1940 й., Өфөнөң 1‑се ТЭЦ‑ы һәм 2‑се ТЭЦ‑ы ҡушылғас, Өфө энергокомб‑ты тип үҙгәртелә, 1945 й. алып “Уфимэнерго” район энергетика идаралығы, 1953 й. — “Б.” район энергетика идаралығы, 1990 й. — Башҡ‑н энергетика һәм электрлаштырыу ПБ, 1992 й. — ААЙ, 2012 й. “Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы” һәм “Башэнергоактив” ААЙ‑ларына үҙгәртеп ҡорола. 1958 й. башлап СССР‑ҙың Европа өлөшө Берҙәм электр энергияһы системаһы составында, “Челябэнерго” (1954 й. алып), “Татэнерго” (1956 й. алып), “Оренбургэнерго” (1957 й. алып), “Пермэнерго” (1966 й. алып) энергосистемалары м‑н параллель рәүештә эшләгән. 90‑сы йй. аҙ. электр энергияһы етештереү б‑са РФ‑тың энергия системаларының (73 пр‑тие) тәүге унауһы иҫәбенә инә, йылылыҡ ебәреү б‑са РФ‑та 2‑се урынды (“Мосэнерго” нан һуң) биләй. “Б.” 1996 й. илдә тәүге тапҡыр 10 МВт электр ҡеүәтле һәм йылылыҡ ҡеүәте 14,4 Гкал/сәғ. булған авиация двигателе базаһында газ турбиналы ҡулайлама эшләп сығарыла; компьютер техникаһын файҙаланып, ҡаҙандар һәм турбиналар м‑н комплекслы идара итеү системаһы эшләнә (1994); тармаҡта тәүге тапҡыр электростанция ҡаҙандарында юғары көкөртлө мазутты яндырыу проблемаһы хәл ителә; 6 кВ һәм унан да күберәк көсөргәнешле юғары вольтлы линия үткәргестәрендәге боҙҙо иретеү схемаһы әҙерләнә; ҙур ҡеүәтле энергоблоктар өсөн ғәҙәтигә әйләнгән деаэраторһыҙ йылылыҡ схемаһы раҫлана; дымлы һәм көлө күп булған түбән сортлы һоро күмер яғыу технологияһы үҙләштерелә (1999); файҙалы эш коэф. юғары булған электр энергияһы эшләп сығарыуға булышлыҡ итеүсе пар-газ ҡулайламаһы төҙөлә (2009). Составына ДРЭС, 10 ТЭЦ, 10 ГЭС (ш. иҫ. 8 бәләкәй), 5 газ турбиналы ҡулайлама, 7 газ поршене агрегаты, ел электростанцияһы, Энергоэлемтә, Дауалау-һауыҡтырыу комплексы; Башҡ‑н генерациялау компанияһы, Башҡ‑н электр бүлеү селтәрҙәре, Башҡ‑н йылылыҡ бүлеү селтәрҙәре, Башҡ‑н селтәр компанияһы, Башҡортостандың энергия һатыу компанияларының бүлендек ЯСЙ‑лары, “Башкирэнерготрейд”, “Энергоремонт”, “Энерготеплоремонт”, “Энергоавтоматика”, “Башэнергоучёт”, “Башэнерготранс”, “Энергоснабкомплект”, “ПГУ ТЭЦ-5”, Уҡыу-өйрәнеү комплексы, “Энергетик” дауалау-һауыҡтырыу үҙәге, “Мир” агрохужалығы һ.б. ингән. 2010 й. 21359 кеше эшләгән. Продукцияһы БР терр‑яһында һатылған.

“Б.” м‑н Ғ.Ш.Абдрахманов, Р.И.Байдәүләтов, Ф.Ә.Таһиров, Я.З.Төхвәтуллин, Ш.Р.Әбдерәшитов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика