ЭМАНУЭЛЬ Николай Маркович (18.9.1915, Курск губ. Тим ҡ. — 8.12. 1984, Мәскәү өлк. Черноголовка ҡсб), физик‑химик. СССР ФА акад. (1966), химия ф. д‑ры (1949), проф. (1959). Соц. Хеҙмәт Геройы (1981). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ленинград индустриаль ин‑тын тамамлаған (1938). 1975 й. алып СССР ФА‑ның Дөйөм һәм техник химия бүлеге акад.‑секретары. Фәнни эшмәкәрлеге химик кинетика, химик реакциялар механизмы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Э. органик матдәнең шыйыҡ фазала окисланыу теорияһына, ингибиторҙар, окисланыуға гомоген һәм гетероген катализаторҙар йоғонтоһо механизмын, деструкция һәм полимерҙарҙы стабилләштереү кинетикаһын, нурланыштан зарарланыу һәм яман шештәр үҫешенең ирекле радикалдар механизмын, ингибиторҙарҙың радикаль тәьҫирләшеүен өйрәнеүгә өлөш индерә. Химик һәм биол. процестарҙы өйрәнеүҙә кинетик ысулдар ҡулланыу б‑са ғилми мәктәпкә нигеҙ һалыусы. СССР ФА БФ‑тың эшмәкәрлеген тергеҙеүҙә, Химия ин‑ты һәм БДУ‑ла химик кинетика өлкәһендәге тикшеренеү­ҙәрҙе ойоштороуҙа байтаҡ ярҙам күрһәтә. Ленин пр. (1958), СССР Дәүләт пр. (1983), СССР МС‑ы пр. (1981), А.Н.Бах ис. пр. (1948) лауреаты. Ленин (1975, 1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1965, 1971), “Почёт Билдәһе” (1956), сит ил орд. м‑н бүләкләнгән. Э. исеме РФА‑ның Биохимик физика ин‑тына бирелгән (1995).

Хеҙм.: Промежуточные продукты сложных газовых реакций. М.; Л., 1946; Цепные реакции окисления углеводородов в жидкой фазе. М., 1965 (авторҙ.); Количественные основы клинической онкологии. М., 1970 (авторҙ.).

А.Я.Герчиков

Тәрж. Э.М.Юлбарисов