ЭМАНИН, Благовещен р‑нындағы ауыл, Бедеева Поляна а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 73 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 78 км алыҫлыҡта Өфө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 470 кеше; 1920 — 580; 1939 — 240; 1959 — 154; 1989 — 76; 2002 — 98; 2010 — 79 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 1885 й. Өфө өйәҙендә Эманиндан һатып алынған ерҙәрҙә Вятка губернаһынан күсеп килеүселәр Николаев‑Эманин исеме м‑н нигеҙ һала. 1896 й. 85 йортта 510 кеше йә­шәгән. Игенселек, тәгәрмәстәр һәм туғындар яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, 2 кирбес йорт, 3 бакалея кибете, ярма ярғыс, мөгәзәй булған. 1906 й. сиркәү, земство мәктәбе, тимерлек, бакалея һәм мануфактура кибеттәре, мөгәзәй теркәлгән. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов