ЭЛЬЦИН Борис Михайлович (1875, Киев губ. Звенигородка ҡ. — 27.11. 1937), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. 1897 й. алып РСДРП ағзаһы. Новороссийск ун‑тын тамамлаған (Одесса ҡ., 1898). Революцион эшмәкәрлеге өсөн Өфө губернаһына һөргөнгә ебәрелә. 1910 й. алып Бәләбәй һәм Бөрө өйәҙҙәрендә санитар табип. 5 марттан Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советының башҡарма ком‑ты, 26 окт. алып РСДРП‑ның Өфө губерна ком‑ты президиумы, 4 дек. — Өфө губерна революцион комитеты, Бөтә Рәсәй ҮБК ағза­һы. 1918 й. ғин. башлап Өфө губерна башҡарма комитеты, бер үк ваҡытта апр. алып Өфө губерна ХКС‑ы һәм губерна революцион ком‑ты рәйесе, РСФСР Эске эштәр ХК коллегияһы ағзаһы. 1919 й. ғин. башлап Өфө губ. совет власын ойоштороу б‑са РСФСР ХКС‑ы вәкиле, июндән губерна революцион ком‑ты, губерна башҡарма ком‑ты рәйесе һәм РКП(б)‑ның губерна ком‑ты секретары. Башҡортостан автономияһына ҡаршы сығыш яһай. 1920 й. башлап Мәскәүҙә: РСФСР‑ҙың Баш сәйәси‑ағартыу ком‑ты коллегияһы ағзаһы, “Красная новь” нәшриәте дир., 1925 й. алып РСФСР Дәүләт планының Етештереү көстәрен өйрәнеү советы рәйесе. Троцкий яҡлы була, 1923 й. РКП(б) ҮК‑ның Сәйәси бюроһына ебәрелгән “46 кеше ғаризаһы”на ҡул ҡуя, 1929—32 йй. төрмәлә ултыра. Репрессиялана, атыла. 1956 й. аҡлана.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Х.Хужин