“ЭЛЬДОРАДО”,“Иҙел” Ҡала мәҙәниәт йортоноң (Ағиҙел ҡ.) эстрада һәм бал бейеүҙәре ансамбле. 1995 й. ойошторола, 1996 й. “өлгөлө” исеме ала. Ансамбль составына 6—19 йәшлек 70‑тән ашыу кеше инә. Репертуарында хореографик композициялар [“Ерән Ап” (“Рыжий Ап”), “Иҫләгеҙ...” (“Помните...”), “Ҡулсатырҙар” (“Зонтики”), “Матурлыҡ донъяһы” (“Мир красоты”)], стилләштерелгән башҡорт бейеүҙәре (“Аҡбуҙат”, “Ҡурай”), сюжетлы [“Айыры­лышыу” (“Расставание”), “Паутинка”, “Хыял” (“Мечта”)], бал (вальс, “Поппури”) бейеүҙәре, хип‑хоп стилендәге заманса бейеүҙәр [“Алыш” (“Битва”), “Музыкаль ҡумта” (“Музыкальная шкатулка”)] һ.б. бар. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була. “Сикһеҙ бала саҡ” (“Детство без границ”) Халыҡ‑ара фестивале (Мәскәү, 2000), “Яҙғы тамсылар” респ. балалар ижады фестиваль‑конкурсы (Салауат ҡ., 2003; Гран‑при), “Еңеү салюты” үҙешмәкәр сәнғәт ижады конкурсы (Өфө, 2010), “Елдәр розаһы” (“Роза ветров”) бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ижады фестивалдәр‑конкурстары (Ағиҙел, 2007, 2008, 2009) һ.б. лауреаты. Художество етәкселәре: В.Т. Зәйҙуллин (ойоштороусы), Р.В. Миндияров, Н.С.Романова. Бейеүҙәрҙе сәхнәгә ҡуйыусылар: Миндияров, Романова.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов