ӘХИЙӘРЕТДИНОВА Роза Әсләм ҡыҙы (15.1.1934, Өфө — 9.5.2003, шунда уҡ), балетмейстер. РСФСР‑ҙың (1983), БАССР‑ҙың (1976) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. 1953 й. алып Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле), 1958 й. — Татар дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле (Ҡазан) бейеүсеһе, 1961—66 йй. Башҡ‑н респ. халыҡ ижады йортонда хореография б‑са методист, 1969—90 йй. “Юбилейный” мәҙәниәт һарайы (икеһе лә — Өфө) балетмейстеры. “Йәйғор” бал бейеүҙәре (1969, 1977 й. “халыҡ” исеме ала); “Йәйғор” балалар бал бейеүҙәре (1983, 1985 й. “өлгөлө” исеме ала; икеһе лә — Йәштәр һарайында); БАХИ‑ла “Ысыҡҡай” бал бейеүҙәре (1984, 1986 й. “халыҡ” исеме ала) ансамблдәрен ойоштороусы, уларҙың етәксеһе һәм бейеүҙәрен ҡуйыусы. “Ағиҙел тулҡындары” Респ. милли мәҙәниәттәр фестивале (1985, 1987), “Ҡала көнө” (1992, 1993, 1994), “Беҙҙең быуын” (1997; бөтәһе лә — Өфө) һ.б. байрамдар балетмейстеры, күмәк кеше ҡатнаш­лығында (200‑ҙән ашыу ҡатнашыусы) 20‑нән ашыу бейеү, ш. иҫ. “Бейеү тыуыу” (“Рождение танца”), “Башҡортостан йәштәре” (“Юность Башкирии”), “Урыҫ лирик бейеүе” (“Русский лирический”), “Карнавал”, “Башҡорт ҡыҙы” (“Башкирочка”) бейеүҙәрен ҡуйған. Ғ.Сәләм ис. пр. лауреаты (1986).

С.Д.Фазылова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова