ӘФТӘХОВ Руслан Шәрәфетдин улы (24.3.1977, Өфө), спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2000). Урал физик культура акад. тамамлаған (2003). 20‑се ДЮСШ һәм “Луч” респ. күреү б‑са инвалидтарҙың спорт‑тергеҙеү үҙәге тәрбиәләнеүсеһе (тренеры И.С.Романов). 200, 400 һәм 800 м йүгереүҙә Рәсәй чемп. (10 тапҡыр, 1996— 2001); 400 м йүгереүҙә Европа чемпионатының көмөш, 200 һәм 800 м — бронза призёры (1997). Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы (2000).

Тәрж. Г.А.Миһранова