ӘҮӘЛӘК, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт, Учалы һәм Белорет р‑ндарында урынлашҡан. Тығын й. (Ағиҙел й. басс.) тамағынан алып Әй й. башына тиклем субмери­диональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо — 30 км. Асыҡ күренеп торған 3 өлөштән ғибәрәт. Төньяҡ өлөшөнөң оҙонлоғо — яҡынса 8 км, киңлеге — 3 км, абс. бейеклеге — 1053 м, битләүҙәре һөҙәк. Тигеҙ булған үҙәк өлөшөнөң оҙонлоғо — 13 км ашыу, абс. бейеклеге — 1185 м (Оло Шаршалыбейек тауы); 990 м ашыу бейеклектә төп тоҡомдар сыҡҡан урындар осрай, көнсығыш битләүҙәре текә, көнбайышта һөҙәгерәк. Иң бейек көньяҡ өлөшөнөң оҙонлоғо — 8 км ашыу, киңлеге — 8 км, 3 түбәһе бар, абс. бейеклеге — 1291 м (Абарашбаш тауы), битләүҙәре текә. Һырттың көньяҡ һәм үҙәк өлөштәренә киңлеге 10—30 м һәм оҙонлоғо 1 км тиклем булған курумдар хас. Урта рифейға ҡараған егәлгә свитаһының кварцит‑ҡомташ­тарынан тора. Көнбайыш итәктәре һаҙланған, бында Тығын һаҙлығы урынлашҡан. Ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге көнбайыш битләүҙәрендә генә күҙәтелә: аҫҡы өлөшөндә ҡарағай ҡатыш ваҡ япраҡлы ҡайын‑уҫаҡ урмандары таралған; үҙәк өлөшөн шыршы урмандары ҡаплаған; өҫкө өлөшө таулы тундранан һәм яланғаслыҡтарҙан ғибәрәт. Һырттың көньяҡ өлөшөндәге көнбайыш битләүҙәрендә йүкә урманы утраусыҡтары һаҡланған. Һөҙәк убалы‑түбәле битләүҙәре һәм итәктәре көтөүлектәр һәм сабынлыҡтар итеп файҙаланыла; еләклектәр бар. Исеме антропонимдан алынған, тип фараз ителә.

И.М.Япаров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов