“БАШКИРУГОЛЬ” күмер компанияһы, һоро күмер сығарыу һәм эшкәртеү пр‑тиеһы. Европала иң эре пр‑тиеларҙың береһе. 1955 й. Күмертау ҡ. “Башуглеразрезстрой” тресы пр‑тиелары базаһында “Б.” тресы булараҡ нигеҙ һалына, 1957 й. алып комб‑т, 1975 й. — ПБ, 1995 й. — ААЙ, 2009 й. ябыла. Составына бүлендек пр‑тиелар — Күмертау (1951 й. башлап файҙаланыла) һәм Төйлөгән (1954 й., Ырымбур өлк.) күмер разрездары; Пятка кирбес з‑ды (1951 й. нигеҙләнгән), автотрактор хужалығы (1955), “Башкирразрезстрой” тресы (1974); Күмертау брикет ф‑каһы (1954), йөк тейәү-транспорт идаралығы (1949 й; 1955 й. тиклем т. юл контораһы), ремонт-механика з‑ды (1955), ремонт-төҙөлөш идаралығы (1974) ингән. 1998 й. 4260 кеше эшләгән. Брикеттар, киптерелгән күмер (етештереү 1996 й. үҙләштерелгән) етештергән. Брикеттар БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған; энергетик күмер Күмертау ТЭЦ‑ы, Салауат ТЭЦ‑ы һәм Рязань ДРЭС‑ына ебәрелгән. “Б.” м‑н Г.А.Шарков һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика