ӘҮӘЗОВ Мөхтәр Омархан улы (16.9. 1897, Семипалатинск өлк. Сыңғыҙтау төбәге – 27.6.1961, Мәскәү), яҙыусы, әҙәбиәт белгесе, фольклорсы. Ҡаҙаҡ ССР‑ы ФА акад. (1946). Ә. әҫәрҙәре геройҙарҙың тәрән эске ҡаршылыҡтарын, уларҙың тормош позицияһын асып бирә. Ҡаҙаҡ мәғрифәтсе шағиры Абай Ҡонанбаевтың тормошо һәм эшмәкәрлеге т‑дағы “Абай юлы” (“Путь Абая”; 1942–56; Н.Иҙелбай тәржемәһе, 1961–72) роман‑эпопеяһы Ә. иң әһәмиәтле әҫәре булып тора. 20‑нән ашыу пьеса, ш. иҫ. “Каракоз” (1926), “Айман‑шолпан” (1934), “Кобланды” (1945)тарихи пьесалары,авторы.Фәнни тикшеренеүҙәре әҙәбиәт тарихына, фольклорға, әҙәбиәт һәм фольклор бәйләнеше проблемаларына арналған. 1918 й. аҙ. Алаш‑Урҙа вәкиле булараҡ Башҡорт хәрби шураһы ултырышында (Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ермолаевка а., хәҙ. БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны) ҡатнаша, Ә.Ә.Вәлидов м‑н осраша. Ленин (1959) һәм Сталин (1949) пр. лауреаты.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов