“ЭЛМӘЛЕК”, башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр 1938 й. Л.Н.Лебединский тарафынан яҙып алына, Н.Иҙелбай яҙмаһында “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтырыла. Йырҙың вариантын Ғ.З.Сөләймәнов К.М.Дияровтан яҙып ала. Лирик‑драматик йыр. Төп темаһы — соц. тигеҙһеҙлек. Үҙ дәрәжәһен белгән ярлылар исеменән башҡарыла. Йыр башындағы юғары терцияға, артабан түбәнге квартаға хәрәкәттең һәм 10‑сы, 12‑се такттарҙа ре һәм до терәк өндәрҙең ҡат‑ҡат ҡабатланыуы — көйҙөң үҙенсәлеген тәшкил итә. Киң диапазоны (дуодецима) м‑н айырылып тора, лады минор пентатоникаһына нигеҙләнгән. Башҡарыусылар араһында Х.Л.Ғәлимов, Ф.Ғ. Ноғоманова, И.М.Смаҡов, Хор капеллаһы бар. А.Р.Хәлфетдинов тауыш һәм фп., Р.В.Сәлмәнов ҡатнаш a cappella хоры өсөн эшкәртә.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова