ЭЛМӘЛЕ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Байыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 101 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 70 км алыҫлыҡта Ҡаҫмарт й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 591 кеше; 1920 — 639; 1939 — 379; 1959 — 237; 1989 — 205; 2002 — 223; 2010 — 205 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Үҫәргән исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Шергән, Ҡалмаҡ булараҡ теркәлгән. 1866 й. 44 йортта 307 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет булған. 20 б. 50‑се йй. башында 30‑сы йй. нигеҙләнгән Элмәле бүлендек ауылы м‑н ҡушылғандан һуң хәҙ. исемен ала.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов