ЭЛИЗИЯ (лат. elisio — бүлеп сығарыу), өндәрҙең комбинаторлы үҙгәреше төрҙәренең береһе, һүҙҙәр ҡушылған урында ике һуҙынҡы өндөң береһе (күбеһенсә тәүгеһе) төшөп ҡа­лыуы. Э. башлыса сингармонизм булған телдәргә хас. Башҡорт телендә: 1) бер төрлө һуҙынҡылар, мәҫ., “йылға аша” [йылғаша], “һөйлә әле” [һөйләле], “һоло оно” [һолоно]; 2) алғы һәм артҡы рәт һуҙынҡылары, мәҫ., “килә алманым” [килалманым/киләлмәнем], “төбө осто” [төбвосто], “ҡулы эләкте” [ҡулыләкте]; 3) киң һәм ярым киң һуҙынҡылар, мәҫ., “кәш­тә өҫтөндә” [кәштәҫтөндә], “аҫты аҡ” [аҫтаҡ], “бүлмә эсендә” [бүлмәсендә]; 4) ярым киң һәм тар һуҙынҡылар тура килгәндә күҙәтелә, мәҫ., “ни эшләй” [нишләй], “сөсө икмәк” [сөсикмәк], “китте инде” [киттинде] һ.б. Киң [а], [ә] һәм тар [и], [у], [ү] һуҙынҡылары тура килгәндә Э. осрамай.

Э. орфоэпияла, ҡушма һүҙҙәр төҙөгәндә орфографияла сағылыш таба, мәҫ., “алма” һәм “ағас” — “алмағас”, “оло” һәм “атай” — “олатай”, “ҡара” һәм “иҙел” — “Ҡариҙел” һ.б.

Э. ш. уҡ строфалар юлындағы ижектәр һанын тигеҙләү өсөн силлабик шиғыр төҙөлөшөндә ҡулланыла.

Э.Ф.Ишбирҙин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов