“БАШКИРСКИЙ ХИМИЧЕСКИЙ ЖУРНАЛ” (“Башҡортостан химия журналы”), фәнни‑техник журнал. Ойоштороусылары: РФ Мәғариф министрлығы, БР Мәғариф министрлығы, Химиктар союзы, Аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтар институты, ӨДНТУ. 1994 й. алып Өфөлә урыҫ телендә йылына 4 тапҡыр “Реактив” нәшриәтендә сығарыла. Тиражы — 500 дана (2003). Журналда химия, химик технология һәм уларға сиктәш булған өлкәләрҙәге актуаль проблемалар б‑са алып барылған тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре, фән һәм техника тарихы б‑са, яңы асыштар һәм технологиялар һәм уларҙы производствоға индереү тәжрибәһе т‑да материалдар баҫыла. Журналдың ҡайһы бер тематик һандары химия фәненең айырым өлкәләрендәге яңы ҡаҙаныштар, ҒТИ‑ларҙың, химик йүнәлешле вуздарҙың, респ. сәнәғәт пр‑тиеларының юбилей даталарына арнала. Баш мөхәррирҙәре: Д.Л.Рахманҡолов (1994 й. алып), У.Б.Имашев (2008 й. алып).

Д.Л.Рахманҡолов

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика