ЭЛЕМЕНТОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, углерод — элемент химик бәйләнеше булған (углеродтың азот, галогендар, кислород, көкөрт м‑н ябай һәм теүәл бәйләнешле берләшмәлә­ренән тыш) органик берләшмәләр. Тәбиғәттә тимер‑(гемоглобин), магний‑порфирин (хлорофилл) берләшмәләр, нефттең металл‑порфирин комплекстары рәүешендә осрай. Химик бәйләнеше тибы б‑са күсемле металл м‑н органик лиганд араһындағы π‑бәйләнешле, күсемһеҙ металдарҙа, металл булмаған элементтарҙа төрлө дәрәжәле полярлыҡтағы углерод— элемент σ‑бәйләнешле Э.б.; элементы б‑са — алюминорганик берләшмәләр, бор‑, кремний‑, ҡурғаш‑, фосфорорганик берләшмәләр, цирконийорганик берләшмәләр һ.б. айырыла. Э.б. реакцияға юғары һәләтлелеге углерод—элемент бәйләнешенең ныҡлығына, полярлығына; күсемле металдар өсөн — башлыса лигандтың тибына бәйле; ҡайһы берҙәре физиол. активлыҡҡа эйә. Күсемһеҙ металдарҙың Э.б. өсөн — диспропорцияланыу, алмашыу һ.б.; күсемле металдарҙың Э.б. алмаштырыу, ҡушылыу һ.б. реакциялар хас. Металорганик берләшмәләрҙе галогенидтар, ацетилен һәм диен углеводородтары м‑н тәьҫир итештереү; металл, водородты олефиндарға һ.б. ҡушыу юлы м‑н алына. Органик синтезда аралаш продукттар, мотор яғыулығының антидетонаторҙары, дарыуҙар сифатында, металл комплекслы катализда, полимерҙарҙы стабилләштереүҙә, инсектицидтар, фунгицидтар, таҙа металдар, металл ҡаплауҙар һ.б. алыуҙа файҙаланыла. Башҡортостанда 1942—97 йй. тетраэтилсвинец ҡулланыла. 60‑сы йй. башында Өфө синтетик спирт з‑дының тәж.­тикшеренеү цехында (ҡара: “Уфаоргсинтез”) этиленды полимерлаштырғанда катализатор компоненты сифатында тетрафенилолово файҙаланыла (С.С.Балабанова, А.Я.Кантор, Н.Н.Кузюкин). 1971 й. Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дында (ҡара: “Каучук”) полимерлаштырыу инициаторы — триизобутилалюминды етештереү үҙләштерелә. Алюминалкилдар, ‑алкилхлоридтар һәм ванадий, магний, титан галогенидтары нигеҙендәге комплекслы берләшмәләр полиизопрен (“Каучук” ЯАЙ), полипропилен, этилен‑пропилен каучуктары (“Уфаоргсинтез” ААЙ) етештереүҙә ҡулланыла; 90‑сы йй. тиклем алюмин хлоридтары һәм алкилхлоридтары полиизобутилен алғанда файҙаланыла (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”). Химия ин‑тында (ҡара: Органик химия институты) 70‑се йй. башында Э.б. синтезы, әүерелештәре б‑са тикшеренеүҙәр башлана; туйындырылмаған берләшмәләрҙән юғары алюминорганик берләшмәләрҙе (У.М.Джемилев, А.В.Кучин, Г.А.Тол­стиков); ациклик, циклик алюмин‑, бор‑, магнийорганик берләшмәләрҙе катализаторҙар булғанда ацетилен, диен, олефин берләшмәләрен гидро‑, карбо‑, цикллы металлаштырыу юлы м‑н (Джемилев, Ә.Ғ.Ибраһимов) синтезлау ысулы эшләнә; кремнийҙың винил, гидрид сығарылмаларының 1,4‑диендар (В.П.Юрьев), титан‑, марганец‑, аҡ ҡурғашорганик берләшмәләренең функциональ берләшмәләр (А.Н. Касаткин) м‑н тәьҫир итешеүе өйрәнелә. Аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтар институтында МДУ м‑н берлектә металорганик берләшмәләр һәм палладий хлориды нигеҙендә комплекслы катализаторҙар уйлап табыла (И.П.Белецкая һ.б.); Ҡазан ун‑ты м‑н берлектә кремний, мышаяҡ, фосфор йәки түбән координация хәлендәге башҡа элементтар ингән туйындырылмаған Э.б. синтезлау (Э.Ә.Ишмәева һ.б.) өйрәнелә; ӨДНТУ м‑н берлектә кремнийорганик берләшмәләрҙең химияһы һәм стереохимияһына (Р.С. Мөсәүиров), кремний ингән гетеро‑һәм макрогетероциклдар нигеҙендәге би‑һәм ярымфункциональ органик берләшмәләрҙе синтезлауға (В.В.Зорин) тикшеренеүҙәр үткәрелә.

Әҙәб.: Н е с м е я н о в А.Н., К о ч е ш н и к о в К.А. Методы элементоорганической химии. 1963; Катализ в промышленности: в 2 т. /под ред. Б.Лича. М., 1986; Б о р е с к о в Г.К. Гетерогенный катализ. М., 1988.

Ә.Ғ.Ибраһимов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов