ЭЛЕКТРОХИМИЯ, физик химияның фазалар бүленеү сигендәге зарядланған өлөшсәләр (иондар, электрондар) ҡатнашҡан ионлы системаларҙы (эретмәләр, иретмәләр, ҡаты электролиттар) һәм процестарҙы өйрәнгән бүлеге. Теоретик Э. электролиттарҙың төҙөлөшө һәм уларҙың электр үткәреүсәнлеге, электрод м‑н эретмә араһындағы сиктә электрохимик тигеҙләнештәр, электрохимик реакциялар тиҙлеге, иондарҙы һайлап үткәрә торған мембрана м‑н бүленгән ион системаларының сигендәге процестар т‑дағы тәғлимәт инә; ғәмәли Э. — электрохимик производстволар технологияларының фәнни нигеҙҙәрен үҙ эсенә ала. Шулай уҡ ярымүткәргестәрҙең, иретмәләрҙең Э., био‑һәм фотохимия айырыла. Коллоидтар химияһы, электрофизиология, хисаплау математикаһы м‑н бәйле. Электр һәм магнетизм­дың төп закондарын асыуға булышлыҡ итә. Э. үҫеүе электротехника, радиотехника, микроэлектроника ҡаҙаныштары м‑н билдәләнә. Электрохимик анализ ысулдары металдар (гальванотехника, гидроэлектрометаллургия, электролиз, электросинтез), иретмәләр (ҡара: Электр ярҙамында ултыртыу), металл ҡаплауҙар (ҡара: Һаҡлағыс ҡаплауҙар) алыу, уларҙы эшкәртеү (ҡара: Электрохимик аныҡ эшкәртеү), водород һәм уның пероксидын (ҡара: Органик булмаған пероксидтар), кислород, ауыр һыу, фтор, хлор, персульфаттар, перхлораттар һ.б. металл берләшмәләре, органик берләшмәләр, дарыуҙар, витаминдар етештереү өсөн, һыу таҙартыуҙа, химик ток сығанаҡтары (аккумуляторҙар, гальваник элементтар), электрохимик мәғлүмәт үҙгәрткестәр (хемотрондар) уйлап сығарыу өсөн ҡулланыла. Баш­ҡортостанда электрохимик ҡулайламалар уйлап сығарыу Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 768‑се Дәүләт союз з‑дында (ҡара: “Уфахимпром”) хлор, каустик сода, “Водоканалтрест” пр‑тиеһында (Өфө) — натрий гипохлориты, хлор алыу өсөн башлана. 1964 й. электрохимик ҡулайламалар Стәрлетамаҡ химия з‑дында (ҡара: “Каустик”) хлор, каустик сода етештереү өсөн (А.Ф. Бондаренко, Н.Л.Володин, В.Г.Мярошников, В.Д.Успенский, В.И.Фисин, С.П. Черных, Н.Г.Яҡупов) файҙаланыуға индерелә; тирә‑яҡ мөхитте терегөмөш м‑н бысратыуҙы кәметеү өсөн графит анодтарын туҙыуға сыҙамлы оксид‑рутенийлы анодтарға алмаштырыу б‑са эштәр үткәрелә. Электрохимик ҡаплауҙар, буялған йөҙҙәр алыу технологиялары эшләнә һәм индерелә; пластик массаларҙы һ.б. диэлектриктарҙы металлаштырыу процестары үҙләштерелә, лак‑буяу һәм полимер ҡаплауҙарҙы электрофоретик ысул м‑н һөртөү, алюмин деталдәрҙе оксидлау, анодлау юлы м‑н һаҡлау ысулы ҡулланыла; тикшеренеү һөҙөмтәләре машиналар эшләү пр‑тиеларында, Өфө витамин заводында, нефтте һыуҙан һәм тоҙҙан айырыу процестарында индерелә. 60‑сы йй. БДУ‑ла һыуһыҙ эретмәләрҙең Э. өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрелә (С.М.Петров), электролизёрҙарҙағы процестарҙың математик моделдәрен әҙерләү (В.Т.Иванов), электролиттарҙы анализлау (В.Н. Майстренко, Л.Б.Резник) ысулдары эшләнә. ӨДАТУ‑ла “металл—металл булмаған” тибындағы иретмәләрҙе электр ярҙамында ултыртыу өсөн электролиттарҙың составын оптималләштереүҙең термодинамик ысулы тәҡдим ителә (Р.С.Вәхитов); электр ярҙамында кристаллаштырыу, металл эшкәртеү ваҡытында катодлы активлаштырыу нигеҙҙәре эшләнә (В.И. Попов); иретмәләрҙе һәм композицион материалдарҙы ҙур тиҙлек м‑н иретеү, гетероген системаларҙы ионлаштырыуҙың селективлығын асыҡлау (Н.Ә.Әмирханова), металдарҙы электр‑плазмалы полировкалау һәм электрохимик аныҡ эшкәртеү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә; конструкция материалдарын электрохимик эшкәртеү өсөн эретмәләр табыла. Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ин‑тында пиридин һәм уның сығарылмаларын электрохимик гидрирлау (Г.Ф.Шәйҙуллина), фарм. продукттарын һәм пенопластар күбекләндергестәрен электр м‑н синтезлау (ҡара: Полимерҙар); ӨДНТУ‑ла — тәбиғи һәм ағынты һыуҙарҙы электрохимик ысулдар м‑н таҙартыу (В.Д. Назаров) технологиялары, ер аҫты ҡоролмаларын коррозиянан һаҡлау ысулдары (И.Г.Блинов, А.А.Насреев) эшләнә. Органик химия ин‑тында полимерҙар нигеҙендә гальваник элементтар эшләү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә, литий нигеҙендә эффектив гальваник элементтар эшләнә (В.С. Колосницын).

Р.С.Вәхитов, Н.Ә.Әмирханова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов