ЭЛЕКТРОХИМИК АНЫҠ ЭШКӘРТЕҮ, металдарҙы электрохимик эшкәртеүҙең анод ысулы. Юғары тығыҙлыҡтағы даими йәки импульс тогының, деталь (анод) һәм инструмент (катод) араһындағы бәләкәй аралыҡ аша үтеп ингән электролит ағымының бер үк ваҡыттағы йоғонтоһо ваҡытында әҙерләмә материалының юғары тиҙлектә иреүенә нигеҙләнә. Электрохимик станоктарҙың электрохимик күҙәнәктәрендә үтә. Деталдәр йөҙөнөң юғары аныҡлығын һәм сифатын тәьмин итә. Ҡаты, ныҡлығы юғары булған, механик ысул м‑н ауыр эшкәртелә торған материалдарҙа ҡатмарлы профилле тишектәр һәм паздар булдырыу өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда Э.а.э. б‑са тикшеренеүҙәр 20 б. 60‑сы йй. ӨАИ‑ла (ҡара: Авиация техник университеты) А.М.Мыздриков етәкс. башлана. Эшкәртеүҙең электрохимик процестары (А.К.Журавский), металдарҙың, бинар модель иретмәләренең һәм конструкция материалдарының (Н.Ә.Әмирханова) юғары тиҙлектә эреү законлыҡтары өйрәнелә, улар нигеҙендә металдарҙы химик эшкәртеүҙең электрохимик механизмы билдәләнә (Р.С.Исламова, Л.Ғ. Рафикова, О.М.Татаринова). Юғары етештереүсәнле аныҡ станоктар (Н.З. Ғимаев, А.Н.Зайцев, А.П.Семашко) һәм ҙур тәрәнлеккә бәләкәй диам. тишектәр тишеү (В.И.Норец), трафарет ярҙамында йоҡа стеналы деталдәрҙе перфоратор м‑н тишкеләү (Р.И. Ғәлиева) станоктарын эшләү б‑са ғилми‑тикшеренеү һәм проект эштәре үткәрелә. Электролиттарҙа һәм диэлектриктарҙа электрохимик процестар м‑н адаптив идара итеү сығанаҡтары эшләнә (В.В.Атрощенко һ.б.); металдарҙы эрозион‑химик эшкәртеү б‑са эштәр алып барыла (С.А.Дёмин, В.И. Полянин, К.В.Такунцов). Шулай уҡ 80‑се йй. алып Э.а.э. б‑са фәнни тик­шеренеүҙәр ӨАИ эргәһендәге “Искра” Махсус электр технологияһы конструкторлыҡ‑технология бюроһында, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе КБ‑нда (В.Н.Алексеев, В.С.Гепштейн, В.Н.Дрозденко, В.Н. Кабаков, А.С.Курочкин, В.В.Лаптёнок, К.М.Новиков, В.Н.Троицкий), “Гидравлика” Өфө агрегат пр‑тиеһында (Я.Г.Вербицкий), Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһендә (Й.М.Бикбаев, Н.В.Нейман) үткәрелә. ӨДАТУ‑ла 0,01 мм тиклем аныҡлыҡтағы төрлө конфигурациялы деталдәрҙе алырға мөмкинлек биргән электрохимик станоктар эшләнә; йылына 100 станок сығарыла.

Әҙәб.: Амирханова Н.А., Зайце в А.Н., Зарипов Р.А. Электрохимическая размерная обработка материалов в машиностроении. Уфа, 2004.

Н.Ә.Әмирханова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов