ЭЛЕКТРОХИМИК АНАЛИЗ ЫСУЛДАРЫ, электродтарҙа йәки электродтар араһындағы арауыҡта барған күренештәрҙе сифат һәм һан яғынан анализлау ысулдары йыйылмаһы. Электролизға нигеҙләнгән Э.а.ы.: гравиметрик электроанализ (төҫлө, ауыр һәм ҡайһы бер ҡара металдарҙы һан яғынан билдәләү һәм айырыу), эске электролиз (төрлө материалдарҙы анализлағанда бер аҙ металл ултырыуы), контактлы металл алмашыныу — цементлаштырыу (металл эҙҙәрен табыу, йыйыу), полярографик анализ (электролиз ваҡытында диффузия тогын үлсәү юлы м‑н тамып тороусы терегөмөш микроэлектродындағы химик матдәнең аҙ миҡдарын билдәләү); электрохимик титриметрик (нейтралләштереү, ултыртыу, комплекстар барлыҡҡа килтереү, окисландырыу‑ҡайтарыу реакцияларына нигеҙләнгән титрлауҙың аҙаҡҡы нөктәһен билдәләү өсөн) ысулдар: амперометрик (титрлауҙың аҙаҡҡы нөктәһе микроэлектродтың билдәле потенциалында токтың киҫкен үҙгәреүе б‑са табыла), кондуктометрик (эретмәләрҙең электр үткәреүсәнлеге үҙгәреү б‑са), потенциометрик (матдә­ләрҙең концентрацияһын һ.б. билдәләргә мөмкин) титрлау ысулдары айырыла. Кондуктометрияға электролиттарҙың электр үткәреүсәнлеген үлсәй торған ысулдар (һыулы һәм һыуһыҙ эретмәләр, коллоидлы системалар, иретмәләр, ҡаты матдәләр), ш. уҡ хронокондуктометрия, түбән һәм юғары йышлыҡлы титрлау индерелә. Башҡортостанда Э.а.ы. вуздар, ҒТИ‑лар, пр‑тиеларҙың һ.б. бөтә аналитик лаб. (ҡара: Үҙәк завод лабораторияһы) ҡулланыла. Э.а.ы. ҡулланылған тәүге тикшеренеүҙәр 20 б. 50‑се йй. башлана. Химия ин‑тында һәм Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда көкөрт берләшмәләрен кластар б‑са анализлау ысулдары (А.А.Ратовская тарафынан уйлап табылған) киң ҡулланыла. БДУ‑ла полярографик ысул 2‑хлорацетамидтарҙы һәм тиазолидондарҙы өйрәнеү өсөн файҙаланыла (Л.А.Андреева, Ю.В.Светкин). Бөтә Союз үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары ҒТИ‑ның Өфө филиалында юғары һиҙгерлеге ағынты һыуҙарҙа перхлорбутадиенкарбон к‑таһы булыуын билдәләү мөмкинлеген биргән дихлоракрил һәм дихлоруксус к‑талары ҡатнашлығында 2,3,4,5,5‑пентахлорпента‑2,4‑диенлы к‑таның булыуын асыҡлауҙың (М.И. Коллегова, В.А.Семёнов, В.Д.Симонов һ.б.); фенолды хлорлау продукттарында һәм тоҙ к‑таһында гексаметилентиокарбамин к‑таһының гексаметилениминлы тоҙо (ялан гербициды алыу ваҡытындағы аралаш продукт), нитрометан булыуын билдәләүҙең (Коллегова, Ф.А.Мамина, Семёнов һ.б.) полярографик ысулы; аммиак һәм гексаметилениминды һыулы эретмәләрҙә һәм концентраттарҙа бергә булғанда аммоний тоҙҙарының формальдегид м‑н реакцияһын берләштереү юлы ярҙамында билдәләү ысулы һәм артабан эквивалент миҡдарҙа бүленеп сыҡҡан к‑таларҙы потенциометрик титрлау ысулы (А.И. Герасимова, Мамина) уйлап табыла. Неф­техимия производстволары ҒТИ‑нда (Т.А.Пестрецова) изопропилтетрамин, изопропилнафталин гидроперекисын һәм бер үк ваҡытта булған изопропилнафталин һәм метилнафтилкетон перекистарын полярографик анализлау методикалары, ш. уҡ нефть продукттарындағы фурфуролды полярографик анализлау методикаһы эшләнә. ӨНИ‑лә (В.И. Гордиенко, В.И.Сидоренко) хлоридтарҙы һыуһыҙ амперометрик титрлау өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрелә, тоҙҙан таҙартылған нефттә натрий хлориды булыуын асыҡлау ысулы табыла. БР‑ҙың Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ‑нда Э.а.ы. ағыулы матдәләрҙе, ҡалдыҡтарҙы һ.б. анализлау ваҡытында киң файҙаланыла. БДУ‑ла В.Н.Майстренко етәкс. Э.а.ы. биологияла, медицинала һ.б. ҡулланыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә.

Н.Ә.Әмирханова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов