ЭЛЕКТРОФИЗИОЛОГИЯ, физиологияның күҙәнәктәрҙә, туҡымаларҙа, ағзаларҙа электр күренештәрен (биоэлектрик потенциалдар), ш. уҡ организмға электр тогы тәьҫир итеү механизмдарын өйрәнгән бүлеге. Күҙәнәк мембраналарында потенциалдар барлыҡҡа килеүҙең физик‑химик механизмдарын, мембраналы каналдарҙың молекуляр структураһын, физиол., биохимик процестарҙа биоэлектрик потенциалдарҙың үҙгәрешен һәм ролен тикшерә, яһалма мембраналарҙа биоэлектрик күренештәргә модель яһауҙы тормошҡа ашыра. Э. биофизика, медицина һ.б. м‑н тығыҙ бәйле. Э. ысулдары: реография, йәки импеданс плетизмографияһы (ҡан әйләнешенең биоэлектрик потенциалдарын өйрәнеү), электрогастроэнтерография (ашҡаҙан‑эсәк юлының), ‑дермография (тиренең), ‑кардиография (йөрәктең), ‑энцефалография (мейенең) һ.б. Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда электрофизиологик тикшеренеүҙәр башлана (Ю.А. Терехов). БДМИ‑ла 60—70‑се йй. кеше электромиографияһы (Ә.Ш. Харисова), телмәр процестары ваҡытында баш мейеһе ҡабығының функциональ хәле (Г.А.Әминев), хайуандарға тәжрибәләр үткәргәндә наркозлауҙың оптималь кимәле (С.Н.Колпиков) өйрәнелә, 80‑се йй. уртаһынан Э. өлкәһендә омега‑потенциалды теркәү алымдарын ҡулланып тикшеренеүҙәр алып барыла (Ю.Б. Великомолова, А.Х.Кәлмәтов, Л.Н.Шәфиева, Р.Р.Әхмәҙиев һ.б.). 90‑сы йй. алып Башҡ‑н физик культура ин‑тында кеше организмының функциональ үҙенсәлектәре Э. ысулдары м‑н (Э.Р. Румянцева, И.Р.Хәбибуллина, Э.Ш.Шәйәхмәтова һ.б.), БДУ‑ла — электроэнцефалограмманы омегаметрия м‑н берләштереп теркәүҙе файҙаланып (А.Ф.Бикбаев, А.М. Мусина һ.б.) өйрәнелә.

С.М.Мочалов

Тәрж. Г.А.Миһранова