ЭЛЕКТРОСТАНЦИЯ, энергияның башҡа төрҙәрен электр энергияһына (ҡайһы берҙә йылылыҡ энергияһына) үҙгәрткән пр‑тие йәки энергия ҡулайламаһы. Энергия сығанағы төрө б‑са атом Э., гидроэлектростанциялар, ел, һыу ҡалҡыу энергияһын файҙаланған, ҡояш, йылылыҡ Э.; яғыулыҡ төрө б‑са — газ, шыйыҡ һәм ҡаты яғыулыҡта эшләгән һ.б.; тәғәйенләнеше б‑са — берләштерелгән электр энергияһы селтәрҙәре, ведомство (пр‑тиеларҙы энергия м‑н автономиялы тәьмин итеү), урындағы йәки локаль (айырым объекттарҙы), технологик (суднолар, самолёттар һ.б.); стационар (ҡеүәте бер нисә млн кВт тиклем) һәм күсмә (10 мең кВт тиклем) Э. айырыла. Башҡортостанда беренсе йылылыҡ Э. 1898 й. Өфөлә инженер Н.В.Коншин тарафынан төҙөлә (560 кВт; утын ярҙамында эшләй). 1927 й. Өфө кантоны Топорнин а. (хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а.) Э. (360 кВт; торф), 1931 й. — Өфөлә тәүге пар турбиналы Э. (4 мең кВт; күмер, ағас ҡалдыҡтары), 1936 й. — Ишембайҙа шыйыҡ яғыулыҡта эшләгән тәүге (15 мең кВт; мазут) Үҙәк Э. сафҡа индерелә. Республикала электр энергияһының яҡынса 97%‑ын (РФ‑та һәм донъяла 50%‑тан ашыу) йылылыҡ Э. (ҡара: Ҡарман ДРЭС‑ы, Өфө ТЭЦ‑тары, Салауат ТЭЦ‑ы, Стәрлетамаҡ ТЭЦ‑ы һ.б.), яҡынса 3%‑ын ГЭС‑тар (Йомағужа ГЭС‑ы, Павловка ГЭС‑ы һ.б.) һәм ел Э. (ҡара: Яңыра торған энергия сығанаҡтары) эшләп сығара. Өфө агрегат производство берекмәһендә В.А. Чигвинцев етәкс. УМЗ‑41 двигателдәре базаһында бензинда автоном эшләгән АБЗ‑220В (ҡеүәте 3 кВт; 1994—98), АБ2‑230В (2 кВт; 1998—2002), АБ4‑230В (4 кВт; 2000—04) бәләкәй Э. уйлап табыла һәм сығарыла. Э. хеҙмәтләндереү б‑са белгестәр Авиация техник университетында һәм Яғыулыҡ‑энергетика колледжында әҙерләнә. Шулай уҡ ҡара: ГОЭЛРО, Икенсел яғыулыҡ‑энергетика ресурстары, Йомағужа һыуһаҡлағысы, Теплоэлектроцентраль.

Ш.Р.Әбдерәшитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов