ЭЛЕКТРОРАЗВЕДКА, электромагнит разведкаһы, тау тоҡомдарын һәм мәғдәндәрҙе электромагнит үҙсәнлектәре (сағыштырма электр ҡаршылығы, электр үткә­реүсәнлек, диэлектрик һәм магнитлы үткәреүсәнлек, полярлашыу һәм электр‑химик активлыҡ) б‑са айырыуға нигеҙләнгән разведка геофизикаһы ысулы. Геологияла Э. төрлө модификациялары ҡулланыла.

БР‑ҙа Э. беренсе тапҡыр 1926 й. Магнитогорск бөгөлөндәге колчедан ятҡылыҡтарының мәғдән майҙандарында файҙаланыла; 40‑сы йй. башынан симметрик һәм ҡатнаш электрлы профиль, вертикаль электр зонды, электрланған есем һәм тәбиғи майҙан алымдары м‑н тулыландырылған изоһыҙыҡтар ысулы ҡулланыла (Е.А.Ермоленко, В.И.Подоксёнов, Б.А.Игошин, Б.Ю.Букин һ.б.). 1939—40 йй. Э. Учалы мәғдән районында үткәрелә, мәғлүмәттәре Учалы һәм Озёрный ятҡылыҡтарында һәм бер нисә мәғдән сығанағында файҙаланыла (А.И.Демчук, Л.А.Баженов, Игошин); 50—60‑сы йй. Баймаҡ һәм Бүребай мәғдән райондарындағы тәрәндә ятмаған колчеданлы мәғдән ятҡылыҡтарында (Баҡыртау, Мәмбәт, Таштау һ.б.) уҙғарыла (С.А. Петропавловский, Д.М.Петров, В.К.Кева, В.И.Решетнева һ.б.). 1959 й. алып колчедан, тимер мәғдәне һәм марганец ятҡылыҡтарын эҙләү өсөн ҡуҙғатылған полярлаштырыу ысулы ҡулланыла, уның мәғлүмәттәре нигеҙендә Көнбайыш Озёрный колчедан ятҡылығы һәм Юбилейный баҡыр колчеданы ятҡылығының ҡайһы бер ятыштары асыла. 1959—63 йй. “Башнефтегеофизика” тресы тарафынан нефтле һәм газлы структураларҙы эҙләү һәм тоҡомдарҙы картаға индереү өсөн респ. һәм Йылайыр синклинорийының платформалы өлөштәрендә Э. үткәрелә (магнит‑теллур һәм вертикаль электр зонды һ.б.). 1961—94 йй. “Башкиргеология” ПБ тарафынан мәғдән ятҡылыҡтары һәм химик сеймал эҙләү башҡарыла. 1959—94 йй. Башҡорт антиклинорийы һәм Башҡортостандың Урал аръяғындағы мәғдән райондары терр‑яларында перспективалы майҙандарҙың геол. төҙөлөшөн һәм файҙалы ҡаҙылмаларын асыҡлау маҡсатында масштабы 1:50000 булған комплекслы геофизик күсермә алыу уҙғарыла (Е.Б. Бельтенёва, Я.Ш.Флакс, А.А.Цветкова, А.П.Калташев, А.А.Пацков һ.б.); симметрик профиль һәм вертикаль электр зонды файҙаланыла (М.С. Малышева, М.Н.Тюрин, Ә.Н.Гөлөмов, М.А.Танаев, Д.П.Цветков, И.И. Калташева һ.б.). Э. ярҙамында күбеһенсә 1:200000 масштабта Башҡортостандың платформалы өлөшө өйрәнелә (М.Ф.Татлыбаев, Б.М.Меламед һ.б.). Ҙур масштаблы күсермәләр алыу м‑н Башҡорт мегантиклинорийының тимер мәғдәнле һәм алтынлы райондары (Ю.А.Гуляев, Пацков, Б.А. Чупилко, Л.С.Быкова, А.М.Калужин), Магнитогорск бөгөлөнөң колчеданлы һәм алтынлы райондары (Малышева, Калташев, Калташева, И.И. Чернова, Ю.В.Александров һ.б.) тикшерелә. Алмаш токтағы Э. үҫешенә Цветков, Чернова, М.А.Урасов, Т.И.Алудаури өлөш индерә. Ҡыр эштәрен үткәргәндә заряд һәм ҡуҙғатылған полярлаштырыу ысулдары ҡулланыла, электромагнит майҙандарын камераль эшкәртеүҙә геомәғлүмәт системаларының технологиялары индерелә (В.Д.Семёнов, И.И.Вурц, В.В.Мартьянов, Г.С.Козлова, Цветкова).Учалымәғдәнрайонындаҡуҙғатылғанполярлаштырыу ысулы төп мәғдән алтыны ятҡылыҡтарын прогнозлау‑эҙләү комплексында файҙаланыла (Калташев, Цветкова, Т.А. Фетисова, Р.Ш.Исхаҡова, Н.В. Жучкова). Э. инженерлыҡ эштәрендә һәм ер аҫты һыуҙарын эҙләгәндә ҡулланыла (В.П.Петриков, И.В.Ерошкин, В.М.Полозков).

А.А.Цветкова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов