ЭЛЕКТРОН МИКРОСКОПИЯ, электрон микроскоптар ярҙамында есемдәрҙең атом‑молекулалар кимәленә тиклем структураһын, уларҙың локаль элементар составын һәм есемдәрҙең микрокүләмдәрендәге электр, магнит ҡырҙарын тикшереү ысулдары; электрон микроскоптар булдырыу, өйрәнелгән объекттарҙы әҙерләү, алынған мәғлүмәтте эшкәртеү һәм анализлау методикаларын эшләү. Төрлө процестарҙы (плёнкаларҙың үҫеүе, үҙгәреүсән йөкләмә тәьҫирендә кристалдарҙы деформациялау һ.б.) динамикала тикшереү мөмкинлеген бирә. Үтә күрһәткән (100 нм ҡалынлыҡтағы объекттарҙың эске төҙөлөшө һүрәтен алыу), растрлы Э.м. (объекттың өҫкө йөҙө, материалдың өҫкө йөҙө эргәһендәге ҡатламдарҙың составы һәм төҙөлөшө т‑да мәғлүмәт) һ.б. айырыла. Ҡаты есемдәр — онтаҡ, микрокристалл, плёнка йәки фольга хәлендә; биол. объекттар (күҙәнәк һәм туҡыма структуралар) уларҙың төҙөлөшөн макс. һаҡлау өсөн химик теркәүҙе һ.б. файҙаланып өйрәнелә. Биологияла, геологияла, ма­териалдарҙы өйрәнеү ғилемендә, медицинала, минералогияла, физикала, химияла һ.б. ҡулланыла.

Башҡортостанда Э.м. 20 б. 60‑сы йй. алып Биология институтында биотехнология, ғәмәли ботаника, генетика һәм селекция өлкәһендә (М.С.Йомағужин, В.Г.Конарев, Р.Н.Чураев, Р.Р.Әхмәтов); 70‑се йй. — Күҙ ауырыуҙары институтында һәм 90‑сы йй. башлап Күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә офтальмология һәм трансплантология (Э.Р.Мулдашев), ш. иҫ. туҡымаларҙы трансплантациялағанда регенерация процестарының механизмдарын асыҡлау (А.И.Лебедева, Л.Ә.Мусина, С.Ә.Мөслимов), өлкәһендә тикшеренеүҙәр өсөн файҙаланыла. “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында Э.м. ярҙамында бактерияларҙың һәм вирустарҙың морфол. һәм физиол. үҙсәнлектәре өйрәнелә (И.Б.Ишкилдин). 70‑се йй. ӨАИ‑ла, 80‑се йй. Металдарҙың үтә һығылмалылығы ин‑ты м‑н берлектә сәнәғәт иретмәләрендәге дефектлы структураның үҙенсәлектәре һәм уның үтә һығылмалы һәм пластик деформация ваҡытында трансформацияланыуы анализлана (Р.З. Вәлиев, О.Ә.Ҡайбышев, М.В. Маркушев, Г.А.Салищев), бөртөктәр сигенең йүнәлеш юғалтыу спектрҙарын билдәләү ысулдары камиллаштырыла (В.Ю.Герцман, В.Н.Даниленко); 90‑сы йй. күләмле наноструктур материалдарҙың формалашыу законлыҡтары (Вәлиев, Р.Р.Мөлөков, Салищев), атом структураһының сик буйы өлкәләрендәге тура һүрәттәрендә наноструктуралы Ni элементының кристаллик рәшәткәһе боҙолоу эффекты (Вәлиев, Р.Ш. Мөсәлимов), формалашҡан наноструктураның магнит үҙсәнлектәренә йоғонтоһо (Ғ.Ф.Корзникова, Х.Я.Мөлөков) өйрәнелә. 80‑се йй. башынан БДУ‑ла Э.м. наноструктуралы металдар м‑н электрондарҙың ҡыр эмиссияһы үҙенсәлектәре (Р.Р.Мөлөков, Ю.М.Йомағу­жин), тәбиғи һәм техноген минераль сеймалдағы саф металдарҙы (Г.В.Бойков, И.В.Высоцкий, С.К.Мостафин, Йомағужин), суперионлы үткәргестәрҙе (М.Х.Балапанов), БДАУ‑ҙа — хайуандарҙың нервы системаһын (Ғ.Р.Шакирова); Геология институтында — Көньяҡ Урал ятҡылыҡтарындағы силикаттарҙы, цеолиттарҙы һәм пироксендарҙы (С.А. Даниленко, В.И.Сначёв); БДМУ‑ла олон күҙәнәктәрен (М.В.Тимербулатов, Р.Р.Фаязов, А.Ғ.Хәсәнов һ.б.) өйрәнеү өсөн файҙаланыла. 70‑се йй. алып Э.м. ӨМЭПБ‑ла, Белорет металлургия комб‑тында һ.б. сығарылған продукцияның төрлө параметрҙарын контролдә тотор өсөн ҡулланыла.

Әҙәб.: Валиев Р.З., Вергазов А.Н., Герцман В.Ю. Кристаллогеометрический анализ межкристаллитных границ в практике электронной микроскопии. М., 1991.

Р.Ш.Мөсәлимов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов