ЭЛЕКТРОН КОММУТАТОР, ярымүткәргес коммутация элементтары нигеҙендә мәғлүмәт сигналдарын үҙенең теләһә ниндәй инеү урынынан теләһә ниндәй сығыу урынына бүлеп ебәреү өсөн тәғәйенләнгән ҡоролма. Арауыҡ аналоглы һәм цифрлы (арауыҡ, ваҡытлы һәм арауыҡ‑ваҡытлы) Э.к. айырыла. Цифрлы Э.к. күп функциональ мөмкинлектәр хас (цифрлы тракттарҙың ваҡыт б‑са бер нисә мең тапҡыр тығыҙландырылған каналдарын коммутацияларға мөмкинлек бирә) һәм хәҙ. цифрлы автоматик телефон станцияларын төҙөүҙең нигеҙе булып тора. Э.к. телемеханикала, автоматикала, хисаплау техникаһында һәм элемтәлә ҡулланылған ҡатмарлы ҡоролмалар, мәғлүмәтте бүлеү һәм эшкәртеү системалары составына инә. 20 б. 70‑се йй. Өфө коммутация аппаратураһы з‑дында МТ‑20, БЭТО‑01 АТС‑тарын етештергәндә (ҡара: “БЭТО”) цифрлы электрон коммутациялау ысулдарын сәнәғәттә үҙләштереү башлана. 1997 й. алып “БЭТО‑Хуавэй” берлектәге Рәсәй‑Ҡытай пр‑тиеһы (Өфө) С&С‑08 цифрлы АТС‑ы өсөн Э.к. сығара. 2001 й. “Промсвязь” з‑дында телефон элемтәһе һәм ҙур тиҙлектә мәғлүмәт м‑н алмашыу өсөн цифрлы Э.к. (МР‑4, МР‑8 һ.б.) сериялы етештереү үҙләштерелә; был Э.к. төп үҙенсәлеге — тапшырылған мәғлүмәттең төрлө төрҙәре өсөн (һөйләшеү, мәғлүмәт һ.б.) элемтә селтәрҙәренең универсаль булыуын тәьмин иткән мәғлүмәт хәбәрҙәрен маршрутлаштырыу (цифрлы селтәр эсендә мәғлүмәттәр блогын адресатҡа еткергән маршрутты билдәләү процесы).

Әҙәб.: Данилов А.Я. Анализ структур коммутационных полей электронных АТС с распределённым управлением //Модели и методы исследований в системах информатики. М., 1988.

А.Х.Солтанов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов