“ЭЛЕКТРОЛУЧ” Ө ф ө з а в о д ы. Күреү б‑са инвалидтарҙы хеҙмәт, соц.‑мәҙәни, спорт‑һауыҡтырыу яғынан реабилитациялау һ.б. м‑н шөғөлләнә. 1949 й. Һуҡырҙар йәмғиәте (2007 й. тиклем) составында Өфө уҡытыу‑производство оҫтаханаһы (1958 й. алып пр‑тие) булараҡ ойошторола, 1988 й. башлап “Э.” Башҡ‑н ПБ (со­ставына Белорет, Бәләбәй һәм Стәрлетамаҡ уҡытыу‑производство пр‑тиелары ингән), 1995 й. — Өфө уҡытыу‑производство пр‑тиеһы ЯСЙ, 2007 й. алып Өфө з‑ды, 2012 й. ябыла. 2010 й. 104 кеше, ш. иҫ. күреү б‑са 64 инвалид, эшләгән; 235 мең дана автомобиль салоны өсөн тотҡа, 5,3 мең дана электр лампаһы һәм яҡтыртҡысы; 92 мең м һуғарыу шлангыһы һ.б. етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған. Предприятиела БР‑ҙа тәүге тапҡыр светодиодтар ҡулланылған энергия һаҡлаусы электр лампаларын сы­ғарыу үҙләштерелгән (2007).

А.Р.Сатышева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов