ЭЛЕКТРОДИНАМИКА, зарядланған есемдәрҙе үҙ‑ара тәьҫирләштергән электромагнит ҡырының үҙсәнлектәрен һәм торошо законлыҡтарын өйрәнгән физика бүлеге. Классик (Максвеллдың электромагнит ҡыры теорияһы һәм Лоренцтың электрондар теорияһы), квант (электромагнит ҡыры һәм уның зарядланған өлөшсәләр м‑н тәьҫир итешеүенең квант теорияһы) һәм хәрәкәт иткән мөхиттәрҙең Э. (хәрәкәт иткән мөхиттәрҙәге электромагнит күренештәрҙең үҙенсәлектәрен өйрәнә, шулай уҡ хәрәкәт иткән мөхиттәр оптикаһын үҙ эсенә ала) айырыла.

Башҡортостанда Э. б‑са эксперименталь тикшеренеүҙәр 20 б. 70‑се йй. башлана. ӨДАТУ‑ла юғары йышлыҡлы инверторҙа барған электромагнит процестарға туйындырыу дросселдәренең тәьҫире (Л.Э.Рогинская), әйләнмә магнит ҡырҙарын генерациялауҙың программалы идара итеү системалары (Г.В.Миловзоров һ.б.), газ турбиналы двигателдәрҙең һыйҙырышлы ҡабыҙыу системаларының юғары йышлыҡлы разряд импульстарын генерациялау режимындағы динамик характеристикалары (К.В. Зиновьев), вибрациялы электромагнит үҙгәрткестәрҙең периодик режимдары (Р.Р.Саттаров һ.б.), юғары йышлыҡлы электр тогының эмульсияға тәьҫир итеү процесы (Г.Т. Закирйәнова һ.б.), ҡеүәте автоматик рәүеш­тә коррекцияланған импульслы үлсәү генераторҙары (В.В.Орлов), асинхронланған синхрон генератор нигеҙендә электр энергияһы м‑н тәьмин итеү (В.В.Семёнов), электромагнит нурланыштың матдә м‑н тәьҫир итешеү үҙенсәлектәре (В.Н.Филиппов һ.б.) өйрәнелә. БДУ‑ла сымдың тоташыу шарттарына үҙгәреүсән ток көсөргәнеше тирбәлеүҙәренең үҙ йыш­лығы б‑са идентификация үткәрелә (А.М.Әхтәмов), авторезонанс тирбәлеүҙәрҙең асимптотикаһы һ.б. тикшерелә (Р.Н.Ғарифуллин).

Әҙәб.: Шарипов Р.А. Классическая электродинамика и теория относительности. Уфа, 1997; Рафиков Р.Х Электродинамика. Оптика и ядерная физика. Стерлитамак, 2001.

Р.Х.Рафиҡов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов