БАЙМЫРҘИН Хәмит Хәйервар улы (8.2.1955, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Бикбулат а.), педагог. Пед. ф. д‑ры (2001), проф. (2002). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1977) Күгәрсен р‑ны 1‑се Юлдыбай урта мәктәбендә уҡыта. 1981 й. алып Стәрлетамаҡ пед. ин‑тында уҡыта, 1996 й. — Башҡ‑н мәғарифты үҫтереү ин‑тының аспирантура бүлеге мөдире, 1997 й. алып БДУ‑ла уҡыта (2001 й. алып пед. каф. мөдире). 2005 й. башлап СДПА ректоры, 2011 й. — Ишембай нефть колледжы директоры. Фәнни хеҙмәттәре физик тәрбиә һәм этнопедагогика проблемаларына арналған. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Башкирские народные традиции физического воспитания. Уфа, 1995; Тюркская народная педагогика физического воспитания: теория и практика. Уфа, 2004.

К.Ш.Әхиәров

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика