ЭЛЕКТР ЭНЕРГЕТИКАҺЫ, электр энергияһын етештереү, тапшырыу һәм бүлеүгә махсуслашҡан сәнәғәт тармағы; энергетиканың төп өлөшө булып тора. Сеймал сифатында һоро күмер, тәбиғи газ, мазут файҙаланыла. Башҡортостанда тәүге электр станциялары 19 б. аҙ. — 20 б. башында Белорет, Бөрө, Бәләбәй, Дәүләкән, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡҡ. барлыҡҡа килә. Иң ҡеүәтлеһе инженер Н.В. Коншиндың Өфөләге электр станцияһы (ҡеүәте 560 кВт, 16 шәмлек 12 мең лампаны һәм 1200 шәмлек 300 урам фонарын яҡтыртыуға иҫәпләнгән) була. 1928 й. респ. 23 электр станцияһы эшләй. 30‑сы йй. Өфө (1931), Ишембай (1936) үҙәк электр станциялары, 1‑се (1938) һәм 2‑се (1940) Өфө ТЭЦ‑тары; 50‑се йй. — Стәрлетамаҡ сода‑цемент комб‑ты ТЭЦ‑ы, 3‑сө Өфө ТЭЦ‑ы (икеһе лә — 1951), Салауат ТЭЦ‑ы, Күмертау ТЭЦ‑ы, Стәрлетамаҡ ТЭЦ‑ы, 4‑се Өфө ТЭЦ‑ы (1956), Павловка ГЭС‑ы файҙаланыуға тапшырыла. 1966 й. Яңы Салауат ТЭЦ‑ы, 1968 й. — Ҡарман ДРЭС‑ы, 1976 й. — Яңы Стәрлетамаҡ һәм Өфө яны ТЭЦ‑тары төҙөлә. 90‑сы йй. уртаһынан “Башкирэнерго” системаһына газ турбиналы ҡулайламалары (3) һәм газ поршенле агрегаты (2) булған бәләкәй ТЭЦ‑тар, бәләкәй ГЭС‑тар (4) индерелә; Уралда тәүге ел электр станцияһы (Туймазы р‑ны), Йомағужа ГЭС‑ы һ.б. төҙөлә. 2004 й. тармаҡта 153 пр‑тие һәм производство, ш. иҫ. “Башкирэнерго” ААЙ (респ. етештереү күләменең 88%‑ы), була. Респ. Э.э. структураһында йылылыҡ электростанциялары (60,1%), гидроэлектростанциялар (0,5), электр селтәрҙәре (25,3), йылылыҡ селтәрҙәре (9,4), ҡаҙанлыҡтар (4,6), һ.б. электростанциялар (0,1%) бар. Энергия системаһының электр селтәрҙәре оҙонлоғо (ҡулланыусылар селтәренән тыш) 86 мең км тәшкил итә. Рәсәй Э.э. етештереү күләменең 2,3%‑ы респ. Э.э. өлөшөнә тура килә (ҡара: табл.), 25 меңдән ашыу кеше эшләй. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла. Электр энергияһын етештереү һәм йылылыҡ энергияһын эшләп сығарыу б‑са респ. РФ‑та ярашлы рәүештә 16‑сы һәм 9‑сы урынды биләй (2009). Э.э. өсөн белгестәр әҙерләү Авиация техник университетында, Аграр университетта, Энергетика колледжында алып барыла.

И.В.Лаврешина, Ш.М.Әбдерәшитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов