ЭЛЕКТР ЭЛЕМТӘҺЕ, мәғлүмәт радио йәки электр сигналдары аша тапшырыла торған элемтә. Э.э. принцибы хәбәр сигналдарын (тауыш, оптик мәғлүмәт) электр сигналдарына үҙгәртеүгә нигеҙләнә. Э.э. урынлаштырыу өсөн мәғлүмәтте ебәреүсе (сығанаҡ) м‑н алыусы (хәбәр алғыс) араһында ос аппараттары (тапшырғыс һәм ҡабул иткес), элемтә каналы, коммутация ҡоролмалары системаһы (бер йәки бер нисә коммутация станцияһы һәм узелы) файҙаланыла. Сымлы элемтә, радиоэлемтә, телеграф элемтәһе, телефон элемтәһе һ.б. айырыла. Э.э. эсенә ш. уҡ оптик элемтә, кәрәҙле элемтә инә. Э.э. техник саралары ярҙамында сым буйлап тапшырыу, радио тапшырыу һәм телевизион тапшырыу алып барыла. Башҡортостанда Э.э. 1863 й. Мәскәү—Ҡазан—Өфө һауа телеграф элемтәһе линиялары төҙөүгә бәйле үҫешә. 1880 й. Өфөлә тәүге шәхси ҡулланыуҙағы телефон станциялары монтажлана, 1897 й. һауа элемтә линиялары б‑са хөкүмәт телефон элемтәһе булдырыла. Радиоэлемтә Өфөлә тәүге тапҡыр 1919 й. Почта һәм телеграф ХК‑ның радио тапшырыу‑ҡабул итеү станцияһында ҡулланыла; 1928—32 йй. Баҡалы, Бөрө, Бәләбәй һәм Дәүләкән р‑ндарының адм. үҙәктәрендә сым буйлап радио тапшырыу индерелә башлай. 1939 й. Өфөлә Мәскәү—Өфө—Хабаровск магистраль һауа телефон линияһының (9 мең км) көсәйтеү пункты сафҡа индерелә. 1941—45 йй. Бөтә Союз радиоһының тапшырыуҙары сым буйлап алып барыла; респ. 24 мең радиотрансляция нөктәһе урынлаштырыла. 1941 й. тәүге УНА‑И хәрби‑ялан телефон аппараты эшләнә һәм 628‑се з‑дта (ҡара: “БЭТО”) телефон аппараттары һәм коммутаторҙарын сығарыу яйға һалына. 1942 й. 628‑се з‑дтың алыҫ элемтә цехы базаһында алыҫ элемтә аппаратураһын етештереү з‑ды ойошторола. 1943 й. 697‑се Дәүләт союз з‑дында (ҡара: “Прогресс”) алыҫ элемтә аппаратураһын сығарыу үҙләштерелә. 1942—43 йй. Коминтерн ис. РВ‑1 радиостанцияһы (Өфө) 18 телдә (нем., итал., фр. һ.б.) антифашистик радио тапшырыуҙарын алып бара. 1944 й. 2‑се Өфө радиомеханика з‑дында (ҡара: “Пром­связь”) “Рекорд” репродукторҙары сығарыла. Б.В. һуғышы йылдарында Э.э. б‑са белгестәр Өфө элемтә мәктәбе, оборона спорт‑техник йәмғиәте һ.б. тарафынан әҙерләнә; 1941 й. Ленинградтан Бөрө ҡ. Ҡыҙыл Армияның Һауанан күҙәтеү, хәбәр итеү һәм элемтә хәрби уч‑щеһы күсерелә; Өфө госпиталдәрендә телеграфсылар курсы асыла. 40‑сы йй. аҙ. кабель элемтә линиялары ҡулланыла башлай, 1949 й. алып Өфө—Силәбе линияһында немец тональ телеграф аппаратураһы файҙаланыла (12 каналды тәьмин итә), улар 1953 й. беҙҙең илдә сығарылған ТТ‑12/17 йышлыҡлы модуляциялы аппаратураға алмаштырыла. 1955—56 йй. магистраль линияларҙа (Мәскәүгә һәм Силәбегә) ике йышлыҡлы ҡорамалдар (лампаларҙа эшләй) урынлаштырыла; 1959 й. башлап радиорелелы элемтә линиялары ҡулланыла. 1962 й. Өфө—Стәрлетамаҡ кабель элемтә линияһы сафҡа индерелә, унда СССР‑ҙа тәүге тапҡыр К‑60П‑4 тибындағы хеҙмәтләндерелмәй торған көсәйтеү пункттары (транзисторҙарҙа эшләй) урынлаштырыла һәм 60 каналлы тығыҙландырыу системаһы файҙаланыла. 1985 й. ҡала‑ара телефон каналдарының 80%‑тан ашыуы абоненттарҙы автоматлаштырылған һәм ярым автоматлаштырылған тоташтырыу алымына күсерелә, ҡала‑ара АТС аша тәүлегенә 43 меңгә яҡын һөйләшеү тормошҡа ашырыла. 80‑се йй. аҙ. респ. сүсле‑оптик элемтә линияһы төҙөлә. 1995 й. Өфөлә РФ‑та тәүге тапҡыр Швецияла сығарылған АХЕ‑10 тибындағы электрон цифрлы АТС сафҡа индерелә, уның системаһына ҡала‑ара элемтә булдырыу өсөн Өфө (28) һәм район үҙәктәренең (59) АТС‑тары; 1997 й. — телевидение һәм радиопрограммаларын тапшырыу өсөн цифрлы радиорелелы станциялар тоташтырыла. 2000 йй. “Башинформсвязь” пр‑тиеһында Интернет, IP‑телевидение һәм телефон элемтәһе хеҙмәттәрен бер үк ваҡытта күрһәтеү системаһы (ҙур тиҙлекле “һуңғы миль”) индерелә; пакетлы коммутация һәм сүсле‑оптик линияларҙы спектраль тығыҙлау технологиялары ҡулланыла башлай. Шулай уҡ ҡара: Радио.

Әҙәб.: Электросвязь в Башкортостане: от телеграфа до Интернета. Уфа, 2001.

А.С.Яҡупова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов