ЭЛЕКТР ТОГЫ ГЕНЕРАТОРЫ, электр энергияһы эшләп сығарған ҡоролма, аппарат йәки машина. Эшләү принцибы б‑са электр машиналары (даими йәки үҙгәреүсән ток бирә), магнитогидродинамик, термоэмиссион, термоэлектрик, фотоэлектрик Э.т.г. айырыла. Үҙгәреүсән ток биргән электр машиналары генераторҙары бер, өс йәки күп фазалы синхрон һәм асинхрон булғандарға бүленә. Э.т.г. электростанцияларҙа, судноларҙың, осоу аппараттарының һ.б. борт аппаратураһында төп электр энергияһы сығанағы булараҡ ҡулланыла. 20 б. 40‑сы йй. алып 161‑се з‑дта (ҡара: Өфө агрегат производство берекмәһе) осоу аппараттары өсөн ҡеүәте төрлө булған Э.т.г. сығарыла. ӨДАТУ‑ла (Ю.В.Афанасьев, Флүр Р.Исмәғилев, И.Х.Хәйруллин) үҙ аллы эшләгән электр тогы м‑н тәьмин итеү сығанаҡтары өсөн СГВ‑30 (ҡеүәте 30 кВт) һәм АВЭ‑2,5 (ҡеүәте 2,5 кВт) синхрон электр машиналары Э.т.г. уйлап табыла.

Ф.Р.Исмәғилев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов