ЭЛЕКТР ТЕХНИКАҺЫ СӘНӘҒӘТЕ, электр энергияһын етештереү, тапшырыу һәм ҡулланыу өсөн электр техникаһы продукцияһын сығарған машиналар эшләү тармағы. Баш­ҡортостанда 1941 й. Өфөгә бер нисә Э.т.с. пр‑тиеһы эвакуацияланғандан һуң үҫеш ала, 1961 й. Октябрьский түбән вольтлы электр аппаратураһы з‑ды (ҡара: “Низковольтник”), 1971 й. “Автоприбор” з‑ды (ҡара: “Автокомплект”) ойошторола. 2004 й. Э.т.с. 44 пр‑тие һәм производство (электр техникаһы машиналары, ҡорамалдары, аппаратураһы һәм производство тәғәйенләнешендәге изделиелар етештереү б‑са 28 производство, кабель етештереү б‑са — 10, электроизоляция продукцияһы — 3, электр лампалары — 1, электр м‑н иретеп йәбештереү ҡорамалдары етештереү б‑са 2 производство), ш. иҫ. “Уфимкабель”, Өфө электролампа заводы — Яҡтылыҡ, Өфө агрегат производство берекмәһе, “Электроаппарат”, “Электролуч”, була. БР‑ҙа машиналар эшләү продукцияһын етештереү күләменең 7,1%‑ы Э.т.с. өлөшөнә тура килә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарыла. Продукция етештереү динамикаһы табл. бирелгән.

И.В.Гурьянова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов