ЭЛЕКТР СЕЛТӘРЕ, бирелгән пр‑тие йәки терр‑я ҡулланыусыларын электр энергияһы м‑н тәьмин итеү системаһын барлыҡҡа килтергән электр энергияһы тапшырыу линиялары һәм трансформатор подстанциялары йыйылмаһы. Тәғәйенләнеше б‑са урындағы (көсөргәнеше 0,4; 6 һәм 10 кВ булған; ҡулланыусылар электр энергияһы м‑н туранан‑тура электростанциянан йәки подстанциянан тәьмин ителә) һәм магистраль Э.с. (35, 110, 220 һәм 500 кВ; электр станцияларын эре ҡулланыусыларҙың подстанциялары м‑н тоташтыра); конструкцияһы б‑са — һауа, кабель, һауалағы кабелдәр м‑н үткәрелгән Э.с.; ш. уҡ махсус, дөйөм ҡулланылыштағы, электр энергияһы м‑н автоном режимда тәьмин ителгән һәм технологик объекттарҙың Э.с. айырыла. Э.с. электр энергияһын юғалтыу дәүмәле м‑н характерлана, ул 8—10%‑тан артмаҫҡа тейеш, электр энергияһын тапшырыу линиялары оҙон булғанда һәм уларға артыҡ көс төшкәндә юғалтыу 30—35%‑ҡа барып етә. Башҡортостанда тәүге Э.с. 19 б. 90‑сы йй. Өфөлә инженер Н.В.Коншиндың электр станцияһы сафҡа ин­дерелгәндән һуң төҙөлә. 20 б. 30‑сы йй. көсөргәнеше 10 һәм 35 кВ булған электр энергияһын тапшырыу линиялары Өфө һәм Ишембай үҙәк электр станцияларын, 1‑се, 2‑се Өфө ТЭЦ‑тарын тоташтырыу өсөн файҙаланыла. 50‑се йй. 3‑сө, 4‑се Өфө ТЭЦ‑тарын, Салауат, Стәрлетамаҡ һәм Күмертау ТЭЦ‑тарын һәм Павловка ГЭС‑ын тоташтырыу өсөн көсөргәнеше 110 кВ булған; 60‑сы йй. — Ҡарман ДРЭС‑ын, ш. уҡ “Бекетов‑500”, “Ашҡаҙар‑220” узел подстанцияларын һ.б. эшләтеү өсөн көсөргәнеше 220 һәм 500 кВ иҫәпләнгән магистраль Э.с. төҙөлә. Электр энергияһы тапшырыу линияларының дөйөм оҙонлоғо 100 мең км ашыу (2010), уларҙың 90%‑тан ашыуы “Башкирэнерго” ААЙ ҡарамағында була. 2008—09 йй. Автоматлаштырылған системаларҙы проектлау ин‑тында (Өфө) Э.с. электр энергияһының юғалыуын иҫәпкә алыуҙы һәм сикләүҙе камиллаштырыу маҡсатында телемеханика, элемтә системалары эшләнә һәм “Башкирэнерго” ААЙ объекттарында индерелә. Республикала Белорет электр бүлеү селтәрҙәре, Ишембай электр бүлеү селтәрҙәре, Күмертау электр бүлеү селтәрҙәре, Нефтекама электр бүлеү селтәрҙәре, Октябрьский электр бүлеү селтәрҙәре, Өфө ҡала электр бүлеү селтәрҙәре, Сибай электр бүлеү селтәрҙәре, Төньяҡ‑көнсығыш электр бүлеү селтәрҙәре,Үҙәк электр бүлеү селтәрҙәре эшләй.

Әҙәб.: Энергия созидания: очерки из истории энергетической системы Республики Башкортостан. Уфа, 2007.

Ш.Р.Әбдерәшитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов