ЭЛЕКТР МАШИНАЛАРЫ, механик энергияны — электр энергияһына (электр машинаһы генераторҙары) йәки электр энергияһын — механик энергияға (электр двигателдәре), ш. уҡ электр энергияһының бер төрөн икенсе төргә (трансформаторҙар, электр машинаһы үҙгәрткестәре һ.б.) үҙгәртә. Э.м. ҡайтмалылыҡ үҙсәнлеге бар (энергияны үҙгәртеүҙе кире яҡҡа әйләндерергә мөмкин), уларҙың эшләүе электромагнит индукцияһы күренешенә нигеҙләнә. Даими ток (параллель һәм эҙмә‑эҙ ҡуҙғытыулы) һәм үҙгәреүсән ток (асинхрон һәм синхрон, бер һәм күп фазалы) Э.м. айырыла. Асинхрон Э.м. — башлыса электр приводтары өсөн двигателдәр, синхрон Э.м. — ток генераторҙары; паралель ҡуҙғытыулы Э.м. двигатель йәки генератор, эҙмә‑эҙ ҡуҙғытыулы Э.м. эшләтеп ебәреү шарттары ауыр булған механизмдарҙың электр приводтары сифатында ҡулланыла.

20 б. 50‑се йй. алып Өфө агрегат производство берекмәһендә самолёттар, автомобилдәр һ.б. өсөн Э.м. агрегаттары, дөйөм сәнәғәт, махсус һәм көнкүреш тәғәйенләнешле электр двигателдәре; 2009 й. башлап Өфө трансформаторҙар заводында көс биреү һәм бүлеү трансформаторҙары сығарыла. 70‑се йй. ӨДАТУ‑ла Э.м. эшләү б‑са тикшеренеүҙәр башлана (Ю.В.Афанасьев, Ф.Р.Исмәғилев, И.Х.Хәйруллин һ.б.).

Т.Р.Тереғолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов