БАЙМЫРҘИН Ғаяз Исламетдин улы [1.1.1913, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Ғәлекәй а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) — 7.5.1948, Умань ҡ. янында], лётчик, гвардия майоры (1943). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Энгельс хәрби авиация мәктәбен тамамлаған (1940). 1936 й. алып Совет Армияһында. 1942 й. июненән алыҫ араға осоусы авиацияла хеҙмәт итә. 4‑се гвардия авиация корпусы 4‑се гвардия авиация див. 13‑сө гвардия авиация полкының эскадрилья ком. урынбаҫары гвардия майоры Б. Герой исеменә 220 хәрби осошта хәрби‑сәнәғәт объекттарын бомбаға тотҡаны һәм партизан отрядтарына йөк ташығаны өсөн лайыҡ була (1944 й. окт. ҡарай). Ленин (1944), Ҡыҙыл Байраҡ (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Силәбе өлк. Ҡоншаҡ а. урамға, Арғаяш а. 2‑се урта мәктәпкә Б. исеме бирелгән, Ҡоншаҡта мәктәп янында Геройға һәйкәл, Арғаяшта 2‑се мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған; Б. уҡыған Белорет металлургия техникумы музейында уға стенд арналған.

Әҙәб.: Коваль Ю. Взлёт //Славные сыны Башкирии. Кн.4. Уфа, 1979.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика