ЭЛЕГИЯ (гр. elegeia), лирик шиғриәт жанры; эстәлеге эмоциональ (йышыраҡ болоҡһоу һәм хәсрәтле) биҙәлгән фәлс. уйланыуҙарға ҡоролған медитатив характерҙағы шиғыр, лирик монолог. Төп мотивтары: төңөлөү, бәхетһеҙ мөхәббәт, яңғыҙлыҡ, ерҙәге йәшәйештең фанилығы. Башҡорт әҙәбиәтендә тәүге Э. 18 б. Салауат Юлаев тарафынан ижад ителә (“Ҡәҙерле лә ғаиләм, һөйгән йәрҙәр...”). 20 б. башында яҙмыш кирелектәре, кеше ғүмеренең бик тиҙ үтеүе һ.б. т‑дағы Э. тарала: Ш.Бабичтың “Бәхетһеҙмен”, “Аптыраған минуттарҙа”, М.Ғафуриҙың “Ҡай ваҡытта”, “Ила!”, Д.Юлтыйҙың “Өмөтһөҙ минуттар”, “Үтә көндәр” һ.б. 20 б. 2‑се ярт. жанр Б.Бикбай (“Ҡулъяулыҡ”), Х.Ғиләжев (“Ул ҡайтманы”, “Аҙашҡан йондоҙҙар”), Ф.Т.Күзбәков (“Ҡарағайҙарға элегия”), Ә.А.Таһирова (“Көҙгө урман”) һ.б. ижадында үҫешә. Хәҙ. башҡорт шиғриәтендә киң таралған.

Әҙәб.: Ҡ а с ҡ ы н о в а Г.Н. Хәҙерге башҡорт шиғриәтендә структур поэтика мәсьәләләре. Өфө, 2007.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов