“ЭЛЕВАТОРСПЕЦСТРОЙ”, иген һаҡлау һәм эшкәртеү пр‑тиеларын, торлаҡ һәм соц.‑мәҙәни тәғәйенләнештәге объекттар төҙөү м‑н шөғөлләнгән. 1971 й. Өфөлә Стәрлетамаҡ, Куйбышев ҡҡ.; Ырымбур өлк. поездар төҙөү идаралығы һәм 601‑се ПМК (Быҙаулыҡ ҡ.) базаһында “Южуралэлеваторстрой” тресы булараҡ ойошторолған, 1999 й. алып “Э.” ААЙ, 2009 й. ябылған. Составына механизациялау идаралығы, эсе ҡыуыш түшәмә сығарыу линияһы; тротуар плиткаһы, газ‑бетон блоктар, фасад йөҙләү плиткаһы, металл сайдинг, лак‑буяу материалдары һәм төҙөлөш шпаклёвкалары етештереү производстволары; эретмә, тимер‑бетон изделиелар з‑дтары (Стәрлетамаҡ ҡ.) ингән. Пр‑тие тарафынан Башҡортостанда, Татарстанда, Ырымбур, Ульяновск, Һамар өлк. дөйөм күләме 3 млн т ашыу булған элеватор һыйышлыҡтары; Дәүләкән, Бөгөлмә, Тольятти ҡҡ. Рәсәйҙә иң ҙур тирмәндәр; Стәрлетамаҡта, Ҡандра (Туймазы р‑ны), Стәрлебаш аа., Безенчук ҡала тибындағы ҡасабала (Һамар өлк.) һ.б. ҡатнаш мал аҙығы з‑дтары төҙөлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов