ЭКСТРАКТИВ ДИСТИЛЛЯЦИЯЛАУ, экстрактив ректификация, ҡайнау т‑раһы яҡын булған, сағыштырмаса түбән осоусан (азеотроп аналогы) компоненттарҙың углеводород ҡатышмаларын (башлыса газ) бүлеү процесы. Селектив эреткестә (ҡара: Экстрагенттар) компоненттарының төрлөсә эреүенә нигеҙләнә, унда уларҙың сағыш­тырмаса осоусанлығы арта; эреткестең ҡыуҙырыла торған компоненттар м‑н ҡатнашыуы аппаратура торошона тәьҫир итә. Бер һәм ике баҫҡыслы Э.д. айырыла. Ректификация колонналарында (колонна тибындағы аппараттар; ҡара: Масса алмаштырыу аппараттары) үткәрелә: эреткес өҙлөкһөҙ рәүештә нығытыусы (өҫкө) өлөшкә айыра торған ҡатышманы ин­дереү өлөшөнән өҫтәрәк бирелә; эреткес м‑н контакт булғанда күтәрелеүсе ағым — тиҙ осоусан, түбән төшөүсе ағым ауыр осоусан компоненттар м‑н байый һәм эреткес м‑н бергә тулы (аҫҡы) өлөшөнән сығарыла, шунан улар айырым колоннала айырыла. Пропан‑пропилен, бутан‑бутилен ҡатышмаларын бүлеү, бутанды дегидрирлау йәки С4 фракцияһы пиролизы продукттарынан 1,3‑бутадиенды, С5 фракцияһы пиролизы йәки изопентан, ксилол, стиролды дегидрирлау продукттарынан изопрен һәм пиперилен, С8 фракцияһы пиролизының шыйыҡ продукттарынан этилбензол алыу, толуолды таҙартыу өсөн; экстрагент сифатында — ацетонитрил, диметилформамид; экстрагенттарҙың гидролизын һәм сикләнмәгән берләш­мәләрҙең полимеризацияһын баҫыу өсөн ингибиторҙар ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. изопрен каучук етештереү б‑са Стәрлетамаҡ тәж.‑сәнәғәт з‑дында (ҡара: Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы) Э.д. ысулы м‑н С5 углеводородтарын айырыу ысулы өйрәнелә (Н.В. Захарова, А.Г.Лиакумович, Ю.И.Мичуров һ.б.), изопентанды экстрактив ректификациялауҙың технологик схемаһы эшләнә, ул 70‑се йй. Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дында (ҡара: “Каучук”) производствоға индерелә.

А.Г.Лиакумович

Тәрж. Э.М.Юлбарисов