“ЭКСТРА‑КОРМ” Ҡ а н д р а з а в о д ы, ДУП. Игенде киптереү, һаҡлау, тулы рационлы ҡатнаш мал аҙығына, концентраттарға, мал аҙығы ҡатнашмаларына эшкәртеү м‑н шөғөлләнә. Туймазы р‑нында урынлашҡан. Составына етештереү, силос корпустары, механика оҫтаханаһы инә. 2006 й. 56 кеше эшләгән; 3202 т продукция етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1976 й. Ҡандра иген ҡабул итеү пр‑тиеһы (1928 й. асылған) базаһында Ҡандра ҡатнаш мал аҙығы з‑ды булараҡ ойошторола, 2002 й. алып “Башптицепром” пр‑тиеһының хәҙ. исемдәге бүлендек ДУП‑ы, 2004 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов