“ЭКСПРЕСС” мәғлүмәт‑коммуникация үҙәге, ЯСЙ. Телекоммуникация һәм мәғлүмәт хеҙмәтен күрһәтә, структураланған кабель системаларын, локаль хисаплау селтәрҙәрен, видеокүҙәтеү системаларын монтажлауҙы тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. “Э.” составына сервис үҙәге (2006 й. асылған) инә. Фирма магазины бар. Продукцияһын ҡулланыусылар — БР пр‑тиелары һәм учреждениелары.

1992 й. хәҙ. исемдәге Мәғлүмәт‑коммерция үҙәге ЯСШ булараҡ ойошторола, 1997 й. алып мәғлүмәт‑коммуникация үҙәге, 1999 й. хәҙ. статусын ала.

А.З.Просыпина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов