БАЙМЫРҘА, Мишкә р‑нындағы ауыл, Баймырҙа а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 38 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 110 км алыҫлыҡта Ҡыңғыр й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 667 кеше; 1920 — 615; 1939 — 481; 1959 — 467; 1989 — 636; 2002 — 579; 2010 — 587 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Себер даруғаһы Ҡыр‑Һунлар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1767 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мариҙар нигеҙ һала. 1865 й. 58 йортта 361 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, 3 һыу тирмәне, 2 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика