ӘҮНӘШ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Йәнгел а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 23 км һәм Магнитогорск т.юл ст.(Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 45 км алыҫлыҡта Йәнгел й. буйында урын­лашҡан. Халҡы: 1939 й. — 149 кеше; 1959 — 332; 1989 — 390; 2002 — 378; 2010 — 399 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Йәнгел урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1934 й. Йәнгел с‑зын ойошторған ваҡытта Совхоздың Әүнәш бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 40‑сы йй. алып Йәнгел с‑зының Икенсе бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ теркәлгән. 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2007 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев