ӘҮМЕШ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Таштимер а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 29 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 32 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 — 821 кеше; 1920 — 554; 1939 — 295; 1959 — 257; 1989 — 115; 2002 — 113; 2010 — 107 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Таштимер урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған (уның улы Алсынбай Әүмешев билдәле). Шулай уҡ Алсынбай булараҡ теркәлгән. 1795 й. 20 йортта 102 кеше йәшәгән, 1866 й. 58 йортта — 58 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. 2 һыу тирмәне теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев