ӘҮЛИӘ ЧӘЛӘБИ (Дәрүиш бин Мәхмүт Зилли; 25.3.1611, Истанбул — 1682/ 1683, шунда уҡ; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Ҡаһирә ҡ., Ғосман империяһы), төрөк сәйәхәтсеһе, географ. Хәмит әфәнде мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң Айя Суфия мәсетендә (икеһе лә – Истанбул), 1636 й. алып төрөк солтаны Морат IV һарайында хеҙмәт иткән. 1640 й. башлап Ғосман империяһының регуляр армияһында сипахий; Төньяҡ Африка, Азия, Көнсығыш Европа, ш. иҫ. Төньяҡ Кавказ, Ҡара диңгеҙ, Түб. Волга буйлап сәйәхәттә була. “Сәйәхәт китабы” (икенсе исеме “Сәйәхәтсе тарихы”; 10 томда) хеҙмәте авторы, унда Дон, Волга, Урал йй. басс. йәшәгән халыҡтарҙың тарихы, мәҙәниәте һәм этнографияһы т‑да мәғлүмәттәр бирелгән. Инан Абделҡадир, Ә.Г.Сәлихов фекеренсә, Ә.Ч. башҡорттарҙы “хәшдәк” исеме м‑н тасуирлаған. Ә.Ч. ярашлы, хәшдәктәр Волга й. урта һәм түбәнге ағымында, Түб. Кама буйында, Көньяҡ Урал аръяғында, Урал й. үрге һәм урта ағымында ҡалмыҡтар, көньяҡта нуғайҙар м‑н күрше йәшәгән, исламға табынған.

Әҙәб.: Ю с у п о в Ю.М. История Башкортостана XV—XVI вв. (социально‑политический аспект). Уфа, 2009; I n a n A. Evliya Celebi’nin “Heșdek”leri hangi ulus? //Türk kültürü. 1963. № 1, 3.

Ю.М.Йосопов

Тәрж. М.Х.Хужин