ӘҮЖӘН‑ПЕТРОВСК ЗАВОДТАРЫ, 1753 й. Нуғай даруғаһы Тамъян һәм Түңгәүер улустары башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Әүжән й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында граф П.И.Шувалов (ҡара: Шуваловтар) һәм К.Матвеев тарафынан нигеҙ һалына. Үрге Әүжән‑Петровск суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы Әүжән й. Ағиҙелгә ҡойған урындан 9 саҡрым алыҫлыҡта; Түб. ярҙамсы Әүжән‑Петровск суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы Әүжән й. тамағы янында төҙөлә. Хужалары: Шувалов, 1758 й. алып Ма­твеев, 1760 й. башлап Демидовтар, 1796 й. — Губиндар, 1858 й. — Н.Е.Тимашев (ҡара: Тимашевтар),1859 й. — Бенардакиҙар, 1870 й. — ҡаҙна, 1897 й. — Урал‑Волга металлургия йәмғиәте, 1900 й. алып Комаров тимер мәғдәне ятҡылыҡтары һәм Көньяҡ Урал тау заводтары акционерҙар йәмғиәте. Әүжән‑Петровск тау округына ингән. Үрге завод 1755 й.,

Түб. завод 1756 й. эшләй башлай. Үрге Ә.‑П.з. 2 домна мейесе, 10 крица горны һәм 5 йәйеү сүкеше, 1876 й. — 3 домна һәм 4 пудлингылау мейесе, 5 йәйеү сүкеше, пар машинаһы; Түб. Ә.‑П.з. 12 крица горны, 6 йәйеү сүкеше,1876 й.—4 пудлингылау мейесе, 6 йәйеү сүкеше, пар машинаһы була. 19 б. 30‑сы йй. заводтар 66 рудникҡа (шуларҙың 6‑һы эшләгән) хужа була. 19 б. уртаһында заводтарҙың 29 меңдән ашыу дисәтинә ере була. 1754 й. Ә.‑П.з. 5416 заводҡа беркетелгән крәҫтиән; 1795 й. 1440 мастеровой һәм эшсе кеше, 5184 заводҡа беркетелгән крәҫтиән; 1858 й. 2917 мастеровой һәм эшсе кеше; 20 б. башында 100—175 эшсе (ҡара: Эшселәр синыфы) иҫәпләнә. 1784—96 йй. 1 млн ашыу бот суйын иретелә, уртаса етештереүсәнлек — йылына 90 мең бот,макс.— 136 мең бот (1792); 1801—60 йй. 4,6 млн бот суйын һәм 3,5млн бот тимер иретелә,уртаса етештереүсәнлек—йылына85меңботсуйын һәм 66 мең бот тимер, макс. — 133 мең бот суйын (1849) һәм 90 мең бот тимер (1856) тәшкил итә. 1865 й. алып тимерсым етештерелә башлай (йылына уртаса 8 мең бот). Крәҫтиәндәр һуғышы (177375) барышында завод крәҫтиәндәренең бер өлөшө 1773 й. окт. А.Т.Соколов етәкс. отрядҡа ҡушыла. 1774 й. майында заводтар яндырыла, 18 б. 70‑се йй. аҙ. тергеҙелә. 1806 й., 1810 й., 1821 й., 1857 й. Ә.‑П.з. сыуалыштар була, улар барышында эш хаҡы түләү һәм аҙыҡ‑түлек биреү, эш нормаһын, штрафтарҙы кәметеү һ.б. талаптар күтәрелә. 1897 й. Түб. Ә.‑П.з. яна. 1908—16 йй. Үрге Ә.‑П.з. эшләмәй, 1918 й. ябыла. Хәҙ. завод торамалары урынында Белорет р‑нының Үрге Әүжән ҡала тибындағы ҡасабаһы һәм Түб. Әүжән а. урынлашҡан.

Әҙәб.: Г у д к о в Г.Ф., Г у д к о в а З.И. Из истории южноуральских горных заводов XVIII—XIX веков: ист.‑краевед. очерки: в 2 ч. Уфа, 1985—1993; К у л б а х т и н Н.М. Горнозаводская промышленность Башкортостана в XVIII веке. Уфа, 2000; М у д а р и с о в Р.З. Промышленность Южного Урала в первой половине XIX века (1801—1861). Уфа, 2003.

З.И.Гудкова

Тәрж. М.Х.Хужин