ӘҮЖӘН УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү пр‑тиеһы. 1941 й. Белорет р‑нының Үрге Әүжән а. күп тармаҡлы “Заря пятилетки” артеле (1928) базаһында ойошторола, 1994 й. алып ААЙ, 2008 й. ябыла. Составына 3 ағас әҙерләү участкаһы, мебель етештереү,таҡта бысыу, эшкәртеү (бөтәһе лә — 1928 й. нигеҙләнгән),паркет өсөн әҙерләмә эшләү (1973) цехтары ингән. 2004 й. 70 кеше эшләгән. Төҙөлөшкә яраҡлы ағас, ағас‑таҡта, щит паркеты,тара өсөн таҡталар, ултырғыстар һ.б. етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина