ӘҮЖӘН СВИТАҺЫ, урта рифейҙың урындағы стратиграфик бүлексәһе. К.А.Львов тарафынан айырып күрһәтелә (1933). Ултырмалар М.И. Гарань (1937, 1963, 1969), О.П.Горяи­нова,Э.А.Фалькова(1940),В.И.Козлов (1978,1982,1988),Н.Н.Ларионов(1985, 1994), А.В.Маслов (1990, 2000, 2001) тарафынан тасуирлана. 6 ярым свитаға бүленә: ҡатасҡын, кесе инйәр, ушаков, ҡотҡор, рәүәт һәм төлмәй. Ә.с. һәм аналогтарының ҡатламдары көньяҡта Ағиҙел й. киңлек ағымынан төньяҡта Ҡуҫа ҡ. тиклем күҙәтелә (оҙонлоғо яҡынса 300 км, киңлеге 2—3 км алып 7—12 км тиклем). Егәҙе‑Комаров свитаһында ята, өҫкө рифейға ҡараған елмәрҙәк свитаһының терриген ултырмалары м‑н ҡаплана. Күбеһенсә карбонатлы (доломиттар, эзбизташтар) һәм терриген (балсыҡлы һәм күмер‑балсыҡлы һәүерташтар, алевролиттар һәм ҡомташтар) тоҡомдарҙың сиратлашыуынан тора. Тоҡомдарҙа ҡараһыу һоро төҫ өҫтөнлөк итә. БР терр‑яһында ҡалынлығы 800—1700 м. Карбонатлы һәм алеврит‑пелитлы тоҡомдарҙа строматолиттар, микрофитолиттар һәм микрофоссилиялар табылған. Ҡатасҡын ярым свитаһында көрән тимер ятҡылыҡтары тупланған (Егәҙе‑Комаров, Әүжән һәм Инйәр мәғдән р‑ндары).

Н.Н.Ларионов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов